Все новости
Эш сәфәре
24 Января 2020, 13:10

«Үҙ йортобоҙҙа йәшәйәсәкбеҙ»

Район хакимиәтендә Р. Хәбиров 2019 йылдың июль айында йорттары янып бөткән Ермолаевола йәшәүсе Лагеревтар ғаиләһе менән осрашты.

Район хакимиәтендә Р. Хәбиров 2019 йылдың июль айында йорттары янып бөткән Ермолаевола йәшәүсе Лагеревтар ғаиләһе менән осрашты. Ғаиләгә ярҙам итеүҙәрен һорап, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов былтыр уҡ республика Башлығына мөрәжәғәт итә. Радий Фәрит улы буш ҡул менән килмәгән, ғаиләгә «Изге эштәр» Мәрхәмәтлек фонды аша яңы йорт алыу өсөн 700 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
- Мин — яңғыҙ әсә. Ике бала тәрбиәләйем. Беҙҙең йорт һатып алыу өсөн аҡсабыҙ юҡ. Ошоға ҡәҙәр беҙ аҡса түләп кеше фатирында торҙоҡ, дөйөм ятаҡта ла йәшәнек. Хәҙер Р. Хәбиров ярҙамы менән үҙ йортобоҙҙа йәшәйәсәкбеҙ, - тип ҡыуана Юлия Лагерева.
Читайте нас: