24 ғинуарҙа Күмертауҙа индустриаль парк булдырыу буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Унда БР Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев, ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов һәм башҡалар ҡатнашты. Осрашыу ваҡытында парк төҙөүҙең инженер һәм транспорт инфраструктураһына ҡарата техник шарттары тураһында әңгәмә үтте.
22 ғинуарҙа, Республика Башлығы Радий Хәбиров Күмертауға килгән саҡта, КүмАПП предприятиеһының киләсәге хаҡында кәңәшмә уҙғарҙы. Унда үткән йылда продукция сығарыуҙың кәмеүе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу мәсьәләләре ҡарала. Радий Фәрит улы республика тарафынан өҫтәлмә ярҙам күрһәтеү буйынса төрлө варианттар эҙләргә, шулай уҡ индустриаль парк төҙөргә тәҡдим итә.
Индустриаль парк тип аталған сәнәғәт майҙансығын төҙөү ТОСЭР территорияһы булған Ира ауылында планлаштырыла. Был урын Өфө-Ырымбур федераль юлы һәм шулай уҡ 7 км алыҫлыҡта ғына тимер юлы үтеүе менән уңайлы. Индустриаль парк өсөн 7000 квадрат метр майҙанлы производство бинаһы һайланған. Был бина1992 йылда төҙөлгән һәм бына 28 йыл инде тәғәйен файҙаланылмай тора. Бина әлеге көндә КүмАПП ҡарамағында.
Буласаҡ индустриаль парк биләмәһендә КүмАПП-ты өҫтәмә заказдар менән тәьмин итергә ярҙам итеүсе производстволар йәлеп итеү планлаштырыла. Потенциаль резиденттарҙың алдан билдәләп ҡуйылған исемлеге лә бар инде тиҙәр. Был һорау буйынса киләһе эш кәңәшмәһе 18 февралдә үтәсәк. Парк эшләп китһә, Күмертау вертолет заводына ныҡ файҙа булыр, уның заказдары артыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.