Аҙаҡ хакимиәттә йыйылдылар. Нәтижә былайыраҡ. Андрей Геннадьевич ҡала властарының сәсен һыйпап ултырманы, социаль-иҡтисади яҡтан Күмертау ныҡ артҡа сигенгән, тип орошто. Ҡалала эшһеҙлек башҡа ҡалаларға ҡарағанда күберәк артҡан (ТОСЭР???), торлаҡ төҙөү аҙаҡҡы өс йылда 2,5 тапҡырға кәмегән, инвестициялар ҙа кәмегән (йәнә һорау тыуа, беҙ иҡтисади яҡтан алдан китеп барған ҡала түгелме ни, шулай тип маҡтанабыҙ ҙа баһа гел), эшкә яраҡлы кешеләр араһындағы үлем беҙҙә иң юғарыһы. Күмертауҙа йәшәгән халыҡ юлдар насар тип тә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә зарланып хаттар яҙа, эш юҡ тип тә хаттар күп килә, - тине премьер-министр. Эш хаҡтары бәләкәй, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү юғары тип ялыу яҙғандар араһында ла Күмертау беренсе.