Все новости
Эш сәфәре
7 Июня 2022, 16:54

Йәйгә хоҡуҡ. Кем үҙе теләгән мәлдә ялға китә ала

Йәй – эштән ял итеп, көс-ҡеүәт туплау өсөн иң ҡулай миҙгел. Әммә һәр кем йыллыҡ отпускыһын йәйгеһен ала алмай. Шулай ҙа ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр ялды үҙ теләгенә ярашлы һайлау хоҡуғына эйә.

Йәйгә хоҡуҡ. Кем үҙе теләгән мәлдә ялға китә ала
Йәйгә хоҡуҡ. Кем үҙе теләгән мәлдә ялға китә ала

Отпускылар графигы нисек эшләнә?
Ялға китеү ваҡытын хеҙмәткәрҙәр махсус төҙөлгән графикҡа ярашлы хәл итә. Ул яңы йылға тиклем ярты ай алдан төҙөлә. Был таблицала һәр хеҙмәткәрҙең ниндәй айҙа ял итәсәге аныҡ күрһәтелә. График төҙөр алдынан эш биреүсе хеҙмәткәрҙең ҡасан отпуск алырға теләүе менән ҡыҙыҡһыныуы ихтимал, әммә быны мотлаҡ эшләргә бурыслы түгел. Шуға күрә етәкселек һеҙҙе октябрь, ноябрь йәки март айында ла отпускыға ебәрә ала (айырым категорияға ҡараусыларҙың исемлеге аҫтараҡ бирелә).
Графикҡа ҡул ҡуйылһа, уны эш биреүсе лә, хеҙмәткәрҙәр ҙә мотлаҡ үтәргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ике яҡ үҙ-ара килешеп, ял ваҡытын алғараҡ йәки артҡараҡ күсерә ала.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы
Тап йәй миҙгелендә ял итергә теләүселәр һәр ваҡыт күп була, әммә был осраҡта ташламаға эйә булғандар ғына өҫтөнлөк менән файҙалана. 2022 йылда был исемлек бер аҙ киңәйтелде: уға 18 йәшкә тиклем өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән һәм бәләкәйенә 14 йәш тулмаған ғаиләләр индерелде. Элек был ҡағиҙә 12 йәшкә тиклем балалары булған күп балалы ғаиләләргә генә ҡағыла ине. Ташламаға эйә булыусылар ялды үҙе теләгән ваҡытта алыуға хоҡуҡлы, эш биреүсе уларға үҙ шартын ҡуя алмай.
Кемдәр йәйгеһен отпуск алыуға хоҡуҡлы?
- Бәлиғ булмағандар;
- өлкәненә – 18, бәләкәйенә 14 йәш тулмаған күп балалы атай-әсәйҙәр;
- инвалид бала тәрбиәләүселәр;
- өҫтәмә эштә эшләүселәр (төп эшенән отпускыға киткән осраҡта);
- быға тиклем отпускыһын өҙөп, эшкә сығарылыусылар;
- ҡатыны декрет ялында булған ир;
- хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм ирҙәре;
- йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыға йыйынған, бала ҡарау буйынса отпускыһы тамамланған ҡатын-ҡыҙҙар;
- өс айға тиклемге баланы уллыҡҡа алыусылар;
- Почетлы донорҙар;
- «чернобылселәр», Рәсәй Геройҙары, СССР Геройҙары, һуғыш инвалидтары һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
Хужа ебәрмәһә, нимә эшләргә?
Һеҙ льготалы категорияға ҡарайһығыҙмы? Улайһа, ҡыйыу рәүештә ғариза яҙып, ялға китә алаһығыҙ: һеҙҙе бер кем дә сикләй, яза бирә, эштән ҡыуа алмаясаҡ. Хужағыҙ быға ҡаршы төшһә, хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр эш биреүсе хеҙмәткәрҙе графикҡа ярашлы отпускыға ебәрмәһә йәки льготаға эйә булыусыға ял өсөн уңайлы мәлде һайларға рөхсәт итмәһә, уға административ штраф һалына. Ойошмаға ул – 30 меңдән 50 мең һумғаса, етәксегә бер меңдән биш мең һумғаса тәшкил итә. Әгәр закон боҙоу осрағы ҡабаттан асыҡланһа, штраф күләме тәүге осраҡта – 70 мең, етәксегә тәғәйене 20 мең һумғаса етә.
Быйыл ҡасан ялға китеү отошлораҡ?
Күптән түгел Работа.ру сервисы белгестәре быйылғы йылда отпуск өсөн иң ҡулай булған айҙарҙы билдәләне. Улар – август һәм сентябрь. Ни өсөнмө? Сөнки был айҙарҙа бер генә дәүләт байрамы ла билдәләнмәй, ошоға бәйле эш көндәренең һаны күберәк, ә отпуск аҡсаһы тап уларға ҡарап иҫәпләнә. Мәҫәлән, июндә Рәсәй көнөн байрам итәбеҙ, был көн өсөн эш хаҡы ла, отпуск аҡсаһы ла түләнмәй.
Ә был ваҡытта...
Үҫмерҙәр эшкә урынлашҡанда нимәләр тураһында белергә тейеш
Өлкәндәр йәйҙе ял итеп үткәрергә хыялланһа, 14–18 йәшлектәр каникул мәлендә аҡса эшләп ҡалырға теләй. HeadHunter рекрутинг агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылдарҙа эш эҙләгән үҫмерҙәр һаны өс тапҡырға артҡан, һәр икенсе өлкән класс уҡыусыһы аҡса эшләү тураһында уйлана. Эксперттар быны COVID-19 пандемияһы арҡаһында күп ғаиләләрҙә күҙәтелгән финанс проблемалар менән аңлата. Балалар кеҫәһендә көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн аҡса булыуын теләй, «буласаҡ һөнәрҙе ныҡлы өйрәнеү» кеүек юғары маҡсаттар ҡуйыусылар бик һирәк. Күпселек осраҡта уҡыусылар һатыусы-консультант, официант, курьер, барист кеүек һөнәрҙәр буйынса эшкә урынлаша.
14-15 йәшлек үҫмергә опека органдарының һәм ата-әсәһенең яҙма рөхсәтен алырға кәрәк буласаҡ. Туғыҙынсы класты тамамлаған, киске мәктәптә йәки колледжда уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙарға бындай рөхсәт кәрәкмәй. 16 йәше тулған үҫмер эш биреүсе менән хеҙмәт килешеүен үҙаллы төҙөүгә хоҡуҡлы.
Бәлиғ булмаған кешегә эшкә урынлашҡанда һынау осоро билдәләнмәй. Үҫмергә тәҡдим ителгән эш сағыштырмаса еңел булырға, сәләмәтлегенә һәм уҡыуына зыян килтермәҫкә тейеш. Закон уйын бизнесында, төнгө клубтарҙа, спиртлы эсемлектәр һәм тәмәке менән сауҙа итеүҙә балалар хеҙмәтен ҡулланыуҙы тыя. Үҫмерҙәргә ҡыҫҡартылған эш көнө ҡағиҙәһе ҡағыла. Мәҫәлән, 16 йәшкә тиклемгеләргә эш аҙнаһының оҙайлылығы 24 сәғәттән, 16–18 йәшлектәргә 35 сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Үҫмерҙәрҙе төнгө мәлдә, ял һәм байрам көндәрендә эшкә йәлеп итеү тыйыла. Бәлиғ булмаған хеҙмәткәр түләүле отпускыны үҙе теләгән ваҡытта алыуға хоҡуҡлы, ул ғәҙәттәгесә 28 түгел, ә 31 көн тәшкил итә.

Үҫмер көнөнә нисә сәғәт эшләй ала
- 14-15 йәштә – 4 сәғәт
- 15-16 йәштә – 5 сәғәт
- 16-18 йәштә – 7 сәғәт

 

Йәйгә хоҡуҡ. Кем үҙе теләгән мәлдә ялға китә ала
Йәйгә хоҡуҡ. Кем үҙе теләгән мәлдә ялға китә ала
Автор:
Читайте нас: