“Йыл эшҡыуары-2018” республика бәйгеһе йыл һайын үткәрелә, уның маҡсаты – Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡҡа айырым өлөш индергән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен асыҡлау, уларҙы дәртләндереү.
Быйыл “Йыл эшҡыуары-2018” конкурсында ҡатнашырға республиканың һигеҙ ҡалаһынан һәм 23 районынан 100 эшҡыуар теләк белдергән. Иң күп ғаризалар – Күмертауҙан, унан 25 эшҡыуар ҡатнашҡан.
Конкурста бөтәһе һигеҙ номинацияла ҡаралып еңеүселәр билдәләнде.
Районыбыҙҙан шәхси эшҡыуар Минибай Яҡшыбаев “Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһында иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында лауреат булды. Күмертауҙан эшҡыуар Алексей Ершов “Эске туризмды үҫтереү даирәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында лауреат исеме алды. Ә ҡалабыҙҙың тағы шәхси эшҡыуарҙары Азамат Юлдыбаев “Уңышлы бизнес старт” махсус номинацияһында еңеүсе тип табылһа, Лилиә Әминева “Уңышлы ғаилә бизнесы” номинацияһында еңеүсе булды.
- Республика конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Бик оҡшаны бәйге. Жюри ағзалары минең эшемдең һөҙөмтәләрен күреп ыңғай баһалағандарына ныҡ ҡыуандым, - ти Азамат Юлдыбаев.