Все новости
Эшҡыуарлыҡ
24 Мая 2019, 15:24

Биш проект тикшерелде

Кисә районда уҙған инвестсәғәттә район етәкселәре 5 проектты тикшерҙе. Уларҙың тәүгеһе — йәш эшҡыуар Урал Зәйнәғәбдиновтың һөт йүнәлеше буйынса һыйыр малы үрсетеү өсөн КФХ ойоштороу эшмәкәрлеге.

Кисә районда уҙған инвестсәғәттә район етәкселәре 5 проектты тикшерҙе. Уларҙың тәүгеһе — йәш эшҡыуар Урал Зәйнәғәбдиновтың һөт йүнәлеше буйынса һыйыр малы үрсетеү өсөн КФХ ойоштороу эшмәкәрлеге. Бөгөнгө көндә уның 11 баш һыйыр малы, 15 һарығы, 47 га ере бар. Урал Айҙар улының проекты хаҡы 3 млн 230 мең һум. Ул өс эш урыны булдырмаҡсы. «Түкән» хужалығы етәксеһе Сергей Лобанов Свобода ауыл советы биләмәһендә кооператив эшен йәйелдереп, һөт йыйыу эшен яйға һалмаҡсы. Инвестиция күләме 2 млн 756 мең. Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Дамир Байгилдин мал аҙығы әҙерләү буйынса кооператив төҙөмәксе. Бының өсөн 3 млн һум талап ителә. «Хуторок-Айсыуаҡ» йәмғиәте директоры Иван Деряга кондитер изделиелары етештереү цехы асмаҡсы. Әле бында 4 кеше эш менән тәьмин ителгән. Яңынан тағы 20 эш урыны булдырырға уйлай. Әле уның ойошмаһына кондитерҙар кәрәк икән. Эшләргә теләүселәр 89061019910 телефонына шылтырата ала. Шулай уҡ кисәге эшҡыуарлыҡ сәғәтендә етәкселәр Керәүлелә күсмә кәңәшмә ойошторҙо. Унда «Сырьевая группа» йәмғиәтенең урау юл төҙөүҙә ярҙам итеү мәсьәләһе тикшерелде. Был йәмғиәт балсыҡ ташыу менән шөғөлләнә. Ырымбур трассаһының Керәүле, Павловка ауылдары аша үткән юлдарын ауыр йөк машиналары емерә. Шуға күрә бында урау юл талап ителә. Район хакимиәте етәкселеге проект хужаларының барыһына ла ярҙам итергә тырышасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: