Все новости
Эшҡыуарлыҡ
24 Мая 2019, 15:28

Ишек шаҡыйҙар

Инвестиция тигән нәмә буйынса халыҡтың тормошон, чиновниктарҙың эшен баһалайҙар. Аҙна һайын ошо темаға Өфөнән башлап бөтөн ҡала-район хакимиәттәрендә инвестсәғәт тә үткәрелә. Һәр муниципалитеттың был йәһәттән хәлдәре төрлөсә, кемдер тоҡсайҙарында миллиард һумдар тотоп килгән ҡытаймы, немецтымы ҡаршылай, кемдер, шунда берәй нәмә эшләп булмаймы, аҡса бирегеҙ, тигән кеүек килгәнде ҡаршы ала.

Күмертауға ла әле береһе килә (туңдырма етештерә, сумаҙан яһай, кейем тегә, май һыға), уны ғына оҙатып ҡалдылармы, артынан икенсеһе ишек шаҡый. Үткән аҙнала бер эшҡыуар, ҡалала акустик гитара яһай башлайым, тип ныҡышҡан. Күмертау башлығы был идеяны хуплап ҡаршы алған. Баҡһаң, эшҡыуар ике йыл инде гитара яһай икән, айына 150-200 инструмент эшләй, тиҙҙән айына етештерелгән гитаралар һанын 300-гә еткерәм, ти. Уға бының өсөн өҫтәмә ҡоролма һәм майҙанды киңәйтеү кәрәк.

Гитара испандарҙа киң таралған, сегәндәр ҙә ныҡ ярата уны. Беҙҙең халыҡ та гитараға ныҡ мөкиббән, Окуджава, Высоцкий, Цойҙарҙы ғына алығыҙ. Уларҙың йырын йырлайым тип, гитарала махсус уйнарға өйрәнгәндәр күп булды. Был инструментта уйнай белһәң, балкон төбөндә яратҡан ҡыҙыңа серенада йырлап торорға ла була. Шулай булғас, был инвесторҙың эштәре беҙҙә уң булыр, тибеҙ. Был инвестор килеп китеү менән, артынан Күмертауҙың ишеген йәнә шаҡынылар. Был юлы ҡояшлы Краснодарҙан килгәндәр. Улар беҙҙең ҡалала джинсынан балалар кейеме тегергә ниәтләнә, шулай уҡ һуттар сығарырға дәртләнә. Был инвесторҙар беҙҙә төпләнһә, ҡалала 600 яңы эш урыны булдырыласаҡ икән.
Читайте нас: