Все новости
Эшҡыуарлыҡ
28 Мая 2019, 12:49

Ҡамасауламаясаҡбыҙ

Йыл да 26 майҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы, район эшҡыуарҙары менән «галстукһыҙ» ғына йәнле һөйләшеү форматында конференция ойошторолдо. Был сараның модераторы «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов булды.

Йыл да 26 майҙа Рәсәй эшҡыуарҙары көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы, район эшҡыуарҙары менән «галстукһыҙ» ғына йәнле һөйләшеү форматында конференция ойошторолдо. Был сараның модераторы «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов булды.

- Бизнесҡа нимә кәрәк? Эшҡыуарҙарға власть нимә бирә ала? Бөгөн беҙ ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса әңгәмә алып барасаҡбыҙ, - тип Малик Миңлебулат улы конференцияла ҡатнашыусы ҡунаҡтар менән таныштырып үткәс, һүҙҙе район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа бирҙе.

- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән трибуна артынан түгел, ә иркенләп һөйләшергә теләйбеҙ. Мин эшҡыуарҙар менән бик күп әңгәмәләшкәнем бар. Улар — бөйөк кешеләр, үҙ илдәренең патриоттары. Эште башлап китеүе бик ҡыйын. Тәүҙә бер ниндәй эш хаҡһыҙ хеҙмәт итергә тура килә. Хөрмәтле, эшҡыуарҙар, хеҙмәтегеҙ, халыҡҡа эш урындары булдырғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. «Ниндәй ярҙам кәрәк?» - тип һораһаң, эшҡыуарҙар: «Ҡамасауламағыҙ», - тиҙәр. Беҙ һеҙгә ҡамасауламаясаҡбыҙ. Район халҡы йыл да 300-ләгән кешегә кәмей бара. Беҙ ошо хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тейешбеҙ. Ауылдарҙың бөтә барыуы күңелгә шом һала. Проблемаларығыҙ булһа, ваҡытында әйтегеҙ, йоҡламағыҙ, өндәшмәй ҡалмағыҙ. Мин һәр берегеҙ өсөн асыҡмын. Бына әле район буйлап матур традиция - коллектив өмә ойоштороп ебәрҙек. Шулай итеп һәр ваҡыт бергә булайыҡ, күмәкләп эшләйек, - тине Юлай Талха улы.

Артабан иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров:

- 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, районда 432 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй. Шул иҫәптән 99 кесе һәм үтә кесе предприятие, 131 КФХ һәм 202 шәхси эшҡыуар. Бында 4205 кеше эш менән тәьмин ителгән, - тип башланы һүҙен һәм район буйынса финанс хәлдәр, эшҡыуарҙарҙың уңыштары менән таныштырҙы.

- Районда эшҡыуарлыҡ эше үҫешеүен күрәбеҙ. 42 ауыл муниципаль районы араһында 11-се урында киләбеҙ, тиеүегеҙ ҙә быны иҫбатлай. Әммә бизнес артабан да үҫешергә тейеш. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү өсөн муниципаль стандарт булдырырға ҡушты. Нимә ул стандарт? Модераторҙың был һорауына иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева яуап бирҙе.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Вадим Үтәшев төрлө дәүләт ярҙамдары буйынса мәғлүмәт бирҙе, эшҡыуарҙарҙы әүҙемерәк булырға саҡырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Антон Матренин микрозайм, лизинг тураһында һөйләне.

Залда ултырған эшҡыуарҙар һөйләшеүҙә нишләптер әүҙемлек күрһәтмәне. Бер генә эшҡыуар ике тапҡыр һорауын бирҙе.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы булараҡ Зиннур Исхаҡов тороп:

- Нишләп һорау бирмәйҙәр һуң? Сөнки күптәргә финанс яҡтан белем етмәй. Уларға ошо йүнәлештә белем бирергә кәрәк. Бының өсөн көн дә тиерлек бер-беребеҙ менән әңгәмәләшеп торорға, үҫешергә тейешбеҙ, - тине.

Уның был һүҙҙәрен йөпләп, Юлай Талха улы:

- Эйе, финанс белемгә мәктәптән үк өйрәтергә кәрәк.

«Миңә лә һүҙ бирегеҙ әле», - тип һүҙ алды эшҡыуарҙарҙың бухгалтерияһын алып барыусы Наталья Кириллова һәм:

- Беҙҙең эшҡыуарҙарҙың иң ҙур проблемаһы - «Эко-Сити». Улар булмаған сүп-сар өсөн беҙҙән аҡса түләтәләр. Был турала район етәкселеге БР Башлығына еткерергә тейеш. Әгәр ниндәйҙер проблема менән беҙ район етәкселегенә мөрәжәғәт итәбеҙ икән, улар артабан был мәсьәләне юғарыла күтәрһендәр ине. Бына берҙәм һалымды ла бөтөрмәкселәр. Шулай уҡ онлайн-касса менән дә проблемалар килеп сыға. Ҡайһы бер ауылдарҙа интернет бөтөнләй юҡ, улар нисек итеп онлайн отчет бирергә тейеш? Был турала юғарыла уйлап еткермәгәндәр. Етмәһә, онлайн отчет бирмәгән өсөн штраф һалалар. Шуға күрә кассаларҙы алып килеп отчет бирергә, кассаны унда-бында йөрөтөргә тура килә. Закон уйлап сығарған кешеләр нимә уйлағандыр инде, - тигән ялҡынлы телмәр тотто.

Барыһын да беҙгә яҙып бирегеҙ, тинеләр Өфө ҡунаҡтары, уны тыңлап бөткәс.

Конференция һуңында иң әүҙем эшҡыуарҙар — Вадим Закиров, Илдар Мөхөтдинов Азамат Яҡшыбаев, Марат Төхвәтуллин, Иван Иванов район хакимиәтенең Грамоталары менән бүләкләнде. Районда йыл да «Йыл эшҡыуары» конкурсы үткәрелә. Был конкурстың төрлө номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. 30 апрелдә район хакимиәтендә «Һин булдыраһың» тигән йәштәр проекты конкурсы уҙғарылғайны. Был көндө уҡыусылар араһында еңеү яулаған 3-сө БРГИ уҡыусыһы Розалина Ибраһимоваға, студенттар араһында еңеүсе Виктория Малютинаға һәм йәштәр араһында еңеп сыҡҡан Елена Талаева менән Юлия Захароваларға Диплом һәм 10-шар мең һум аҡсалата премия тапшырылды. Шулай уҡ оҫта ҡуллы эшҡыуарҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.

Конференцияның икенсе өлөшө Айсыуаҡтағы «Хуторок» кафеһын асыу тантанаһында дауам итте. Бында ҡунаҡтар кафе хужалары әҙерләгән тәм-томдан ауыҙ иттеләр.

Әйткәндәй, Радий Хәбиров һәр районда эшҡыуарҙар йыйылып һөйләшер өсөн урын булдырырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Көйөргәҙе районы хакимиәтенең беренсе ҡатында бындай урын әҙер ҙә инде. Шулай уҡ 1 июлдән алып һәр район-ҡала хакимиәтендә хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары тигән яңы вазифа булдырыласаҡ.
Читайте нас: