Все новости
Эшҡыуарлыҡ
19 Июля 2019, 11:25

Ике яҡ та ҡәнәғәт булырға тейеш

Кисә район хакимиәтендә «Хәҙерге Башҡортостанда балыҡсылыҡ (аквамәҙәниәт): һыу объекттарын ҡулланыу проблемалары һәм дәүләт ярҙамы саралары» темаһына кәңәшмә уҙҙы. Сараға БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан, БР Ауыл хужалығы министрлығынан, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайынан һәм райондан белгестәр ҡатнашты. Кәңәшмәне Күмертау эшҡыуарҙары Союзы рәйесе Светлана Халфина алып барҙы.

Кисә район хакимиәтендә «Хәҙерге Башҡортостанда балыҡсылыҡ (аквамәҙәниәт): һыу объекттарын ҡулланыу проблемалары һәм дәүләт ярҙамы саралары» темаһына кәңәшмә уҙҙы. Сараға БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан, БР Ауыл хужалығы министрлығынан, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайынан һәм райондан белгестәр ҡатнашты. Кәңәшмәне Күмертау эшҡыуарҙары Союзы рәйесе Светлана Халфина алып барҙы.

Иң тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа бирелде.

- Әгәр быуаның хужаһы бар икән, унда тәртип тә, ял итеү, һыу инеү, сүп-сар йыйыу урындары ла буласаҡ. Бөгөн ошо темаға бәйле проблемалар хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, тик ултырмағыҙ әйтегеҙ, - тине сығышында Юлай Талха улы.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин да сығышында был теманы беренсе тапҡыр күтәрмәүҙәре хаҡында әйтте.

Экология министрлығынан бүлек начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров:

- Был мәсьәлә һеҙҙең районда ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрен дә күптән борсой. Аквамәҙәниәт — ауыл хужалығының бер тармағы булып тора. Кемдәрҙер балыҡ үрсетеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә икән, уларҙың рөхсәтенән тыш был һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу тыйыла, - тине.

Мәләүез районының «Иштуған» мәҙәни-балыҡ хужалығынан шәхси эшҡыуар Сергей Колесников 1 ғинуарҙан балыҡ тоторға яратыусылар өсөн яңы закон сығасағы хаҡында белдерҙе.

БР Балыҡсылыҡ хужалыҡтары ширҡәте рәйесе Рауил Йосопов:

- Түләүле, рөхсәтһеҙ балыҡ тоторға ярамаған урындар кешегә бер ҙә генә оҡшамай, әлбиттә. Балыҡсылар быуа хужалары менән әрләшергә лә аптырамайҙар. «Бында минең атайым, олатайым балыҡ тотҡан, ә һин тыяһың», - тип, һуғышыуға ла барып етәләр, хатта. Кемдер үрсеткән балыҡты бушлай ғына ҡармаҡлау — ул урлашыу һанала. Балыҡ үрсетеүселәрҙең дә сығымдары күп бит, шуға күрә улар нисек булһа ла аҡса эшләргә тырыша. Бизнес булғас, бизнес булһын. Нишләп беҙ уларға ҡамасауларға тейешбеҙ? Балыҡ үрсетеү ауыл хужалығына ҡарай, быуаның ере лә ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән. Әҙер генә балыҡты ҡармаҡлау еңел, әлбиттә. Кемдер ҡош-ҡорт, тауыҡ үҫтерә. Уларҙың тауыҡтарын берәү ҙә рөхсәтһеҙ тотоп алып китмәй бит. Законда ла аңлашылмаған урындар бар, беҙ уларҙы төҙәтергә тырышабыҙ, - тип сығыш яһаны.

Залдан: «Ҡайҙа балыҡ тоторға тейешбеҙ? Ҡороп бөтөп барған йылғаларҙанмы? Унда бала-саға һыу инерлек тә һыу юҡ. Нишләп силсәүиттәр халыҡ өсөн быуа эшләмәй һуң?» - тигән һораҙар яңғыраны. Район ветерандар Советы рәйесе Михаил Лященко ла балыҡсыларҙы яҡлап сыҡты: «Мин үҙем балыҡсы түгел, шулай ҙа балыҡсылар яҡлымын. Ҡасандыр колхоздар төҙөгән быуалар менән ҡулланырға улар хаҡлы. Ауыл халҡы ҡайҙа һыу инергә белмәй. Эшләгәс, эшләгәс, бар нәмәне лә ауыл халҡына ла, эшҡыуарҙарға ла уңайлы итеп эшләргә кәрәк», - тине ул. Бындай һүҙҙәргә ҡаршы эшҡыуарҙар: «Үҫтергән балығыбыҙҙы нишләп беҙ бушлай кемгәлер бирергә тейешбеҙ? Беҙ ул һаҙлыҡҡа әйләнеп бөтә яҙған быуаны таҙалап алдыҡ, күпме аҡса түктек. Нишләп халыҡ күмәкләп сығып, бер ҙә генә йылғаларҙы, хужаһыҙ быуаларҙы таҙалап алмай. Ата-бабаларҙыҡы, тип әйтергә генә беләләр ҙә, йылға-күлдәрҙе сүп-сар ояһы итергә генә беләләр. Ата-бабалар үҙ аҡсаларына быуа эшләмәгәндәр, дәүләт аҡсаһына эшләнгән барыһы ла», - тип яуап ҡайтарҙылар.

Мәләүез эшҡыуары Константин Паневин Шагайка күлен арендаға алып, халыҡ өсөн матур ял урыны ойоштороуҙары хаҡында тәфсирләп һөйләне.

- Сүп-сар йыйыштырыусы әллә нисәмә кеше эшләй, ҡотҡарыусыларыбыҙ ҙа бар. Бушлай ғына эшләй алмайбыҙ. Сүп-сар өсөн дә хәҙер аҡса алалар. Балыҡ тотоусыларҙан, ял итеүселәрҙән йыйған аҡса етмәй ҙә ҡала. Хужа булған ерҙә, һәр саҡ тәртип, ә тәртип булған ергә һалым йыйыусылар ҙа тиҙ генә килә һалып етә. Халыҡ менән бергә эшләргә кәрәк, талашмайыҡ, хеҙмәттәшлек итәйек. Беҙ бит барыбыҙ ҙа халыҡ өсөн эшләйбеҙ, һеҙгә ял итеү өсөн шарттар тыуҙырабыҙ, - тине ул.

Шулай итеп кәңәшмәнең беренсе өлөшөндә балыҡ тоторға яратыусылар менән күл-быуа хужалары араһында ҡыҙыу ғына бәхәс булды. Һәр береһе үҙенсә дөрөҫлөктө яҡланы.

Сараның икенсе өлөшөндә балыҡсылыҡ хужалыҡтарына дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам тураһында һөйләшеү булды. Бында БР Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ бүлегенең баш белгес-эксперты Азат Хөсәйенов һөйләне.

Кәңәшмә һуңында, Юлай Ильясов район хакимиәтенең ауыл халҡы һәм эшҡыуарҙар араһында баланс булдырырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе, йәғни халыҡ та ҡәнәғәт булырға, эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренең бизнесын алып барырға тейешлеге хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ эштәр ҙә закон сиктәрендә башҡарылырға тейешле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: