Все новости
Эшҡыуарлыҡ
23 Июля 2019, 12:30

Көйөргәҙелә инвестиция сәғәте

Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ сәғәте ныҡлы традицияға инә бара. Район башлығы Юлай Ильясов тарафынан үткәрелгән һуңғы ултырышта бер нисә яңы проект ҡаралды.

Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ сәғәте ныҡлы традицияға инә бара. Район башлығы Юлай Ильясов тарафынан үткәрелгән һуңғы ултырышта бер нисә яңы проект ҡаралды.

Беренсе проекты «Регион Поставка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Ғәзизов тәҡдим итте. Ул республика буйынса газ заправкаларын киңәйтеү эше алып бара, һәм оҙаҡламай бындай заправка беҙҙең районда ла буласаҡ тип ышандыра. Әле заправканы төҙөү урынын һайлау эштәре бара.

Икенсе проект менән яҡындан танышыу өсөн хакимиәт чиновниктары Юлай Талха улы етәкселегендә Холодный Ключ ауылына юлланды. Бында шәхси эшҡыуар Андрей Сергеевич Бучнев быйыл июндән теркәлеп, эш башлаған. Әле ул 20 баш сусҡа үҫтерә. Әле буш торған балалар баҡсаһы бинаһында бәшмәк, йәшелсә үҫтерергә йыйына, бының өсөн теплица төҙөргә планлаштыра. Андрей Сергеевич, бының менән генә сикләнеп ҡалмайынса, әлеге проекты менән ауыл хужалығы йүнәлешендәге гранттарҙа ла ҡатнашырға теләй.
Читайте нас: