Все новости
Эшҡыуарлыҡ
20 Сентября 2019, 11:45

Юлдарын табабыҙ

Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе Айрат Исхаҡов сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
- 2006 йылдан алып фермерлыҡ менән шөғөлләндем. Ауыл халҡы, теге яҡ оста магазин бар, был яҡ оста юҡ, - тип зарланғас, 2014 йылдың йәйендә, буш ултырған элекке балалар баҡсаһы бинаһын арендаға алып, магазин асырға булдым, - ти Яҡшымбәт уҙаманы. - Уға капиталь ремонт эшләп, 2017 йылда тулыһынса һатып алдым. Икмәкхана асып, икмәк һатыу менән дә шөғөлләндем аҙыраҡ, тик ул үҙен үҙе аҡламағас, ябырға тура килде.
90-сы йылдарҙа һалым инпекцияһы ла, полиция ла эшемә күп ҡыҫылды, бәйләнде, асҡан киоскыла эшләргә теләүсе кеше лә табылманы. Был эштә уңыш булмағас, уны ла ябырға булдым.
Былтыр Көйөргәҙе ауылында лә магазин астым. Мәләүездән һатырға тип алып ҡайтҡан икмәкте халыҡ көтөп ала.
Ике улым да әле Өфөлә йәшәй. Ауылда йәштәргә перспектива юҡ. Ярай әле колхоз бар. Ундағы эш тә иген уңыу-уңмауға бәйле.
Беҙ ҙә, төпкөлдәге эшҡыуарҙар ҙа, бирешмәйбеҙ, иҡтисади ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын эҙләйбеҙ. Бар маҡсатыбыҙ - төпкөлдә лә эшҡыуарлыҡтың уңышлы үҫешенә үҙ фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙ менән булышлыҡ итеү.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: