Все новости
Эшҡыуарлыҡ
8 Ноября 2019, 14:48

Файҙаһын күреп ҡалығыҙ

Район хакимиәте башлығының эшҡыуарҙар буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисовтан был өлкәләге хәлдәр хаҡында йыш ҡына һорашып торабыҙ. Был юлы ла Тимур Насибулла улы тармаҡта булған яңылыҡтары менән ихлас бүлеште.
- Кемдәр үҙ эштәрен асырға теләйҙәр, ләкин ҡыйыулыҡтары етмәй, шуларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуыбыҙҙы һәр саҡ ҡабатлайым. Әле үҙ эштәрен асырға теләп тә, финанс яҡтан ҡыйынлыҡ кисергәндәргә шәп яңылыҡ бар – аҡса бүленә. Был сумманың күләме 96 мең һум. Кемдәрҙер, бәлки, аҙһыныр, ләкин шиномонтаж, бөҙрәхана, матурлыҡ салоны, автомобилдәр йыуыу кеүек эштәрҙе башлап китеү өсөн ҡорамалдарға был сумма етә. Минеңсә үҙ эшен асып ебәреүселәргә ҙур ғына ярҙам был. Районыбыҙҙа ҡырҡ кешегә бындай ярҙам алыу мөмкинлеге бар, әлегә алты кеше аҡса юллап та йөрөй. Әгәр ҙә теләгегеҙ булһа, мәшғүллек үҙәге менән берлектә һеҙгә субсидия алырға ярҙам итә алабыҙ. Был сумманы алмаҫ борон үҙ эшеңде асмаҫҡа һәм, асҡас, бер йыл ябылмаҫҡа тейеш тигән шарт үтәлергә тейеш. Бындай ярҙамды юллар өсөн башта эшһеҙлек үҙәгенә иҫәпкә тороға, аҙаҡ эшһеҙҙәр өсөн тәғәйенләнгән сарала ҡатнашыуҙы белдереп ғариза яҙырға кәрәк. Шунан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең бизнес-планын әҙерләргә, юридик шәхес булараҡ теркәлгәндәргә предприятиеның уставын әҙерләргә, документтарҙы йыйып бөткәс тест һорауҙарына яуап бирергә һәм эксперт комиссияһы алдында үҙеңдең проектыңды яҡларға кәрәк буласаҡ.
Был һанап үтелгән пункттарҙың береһенән дә ҡурҡырға ярамай. Бында бер ниндәй ҡатмарлыҡ та юҡ, етмәһә, эшҡыуарлыҡ тармағына яуаплы кеше булараҡ, мин һеҙгә ярҙам итергә әҙермен. Һорауҙарығыҙ булһа шылтыратығыҙ: 8 (34757)61157, көтөп ҡалам.
Шулай уҡ “Минең бизнесым” тигән эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙәге бушлай хеҙмәттәре менән дә ҡыуандырыуын дауам итә. Мәҫәлән, Айсыуаҡ ауылындағы “Хуторок” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыш ҡына “Юлдаш” радиоһы аша үҙенең продкуцияһын рекламалай. Улар ошо “Минең бизнесым” үҙәге аша был эште бушлай эшләгән. Ә ғәмәлдә бындай реклама хеҙмәттәре ныҡ ҡиммәт. Бушлай булған саҡта был мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ шәхси эшҡыуар Иван Деряга ошо уҡ үҙәк аша үҙенең тауарын сертификациялауға өлгәште. Хөрмәтле эшҡыуарҙар, был үҙәк аша тағы бик күп хеҙмәттәрҙе бушлай атҡарыу мөмкинлеге бар. “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ, йә үҙемә шылтыратығыҙ. Телефон номерым: 89872507870, - ти Тимур Насибулла улы.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: