2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан халҡына «үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым» менән ҡулланырға рөхсәт иттеләр. Яңы башланғыс кешеләргә бәләкәй бизнестарын, өҫтәмә шөғөлдәрен легалләштерергә ярҙам итәсәк. Был хаҡтағы законға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Кем һалым түләйәсәк һәм күпме?
Иң мөһиме, шуны белеү зарур: үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым – ул бурыс түгел, ә хоҡуҡ. Теләһәгеҙ, уның менән ҡуллана алаһығыҙ, теләмәһәгеҙ – юҡ.
Ставкалар ҙур түгел: әгәр башҡа граждандарҙан аҡса килһә – 4 процент, юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан – 6 процент. Һеҙ бер үк мәлдә ябай кешеләрҙән дә, компанияларҙан да аҡса ала алаһығыҙ, һалым һәр килемдең төрөнә ҡарап билдәләнәсәк.
Ташламалы режим менән түбәндәге кешеләр ҡуллана ала:
- Етәксеһе һәм ҡул аҫтында эшләүселәре булмаған, йәғни барыһын да үҙе башҡарған кешеләр.
- Башҡортостан биләмәһендә эшләүселәр.
- Йылына 2,4 миллион һумға тиклем (айына уртаса 200 мең һум) аҡса эшләүселәр. Айлыҡ килем буйынса сикләүҙәр юҡ, ғинуарҙа 10 мең һум табыш алып, декабрҙә 500 мең алыуығыҙ ихтимал. Йыллыҡ сикте үтмәү генә мөһим. Әгәр был талап үтәлмәһә, ғәҙәти һалым ставкаһы буйынса, йәғни 13 процент һалым түләйәсәкһегеҙ.
- Үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп һатыусылар, хеҙмәт күрһәтеүселәр. Был осраҡта фотографтар, маникюр оҫталары, парикмахерҙар, төрлө текст яҙыусылар, сайт эшләүселәр, үҙ өйөндә заказ буйынса торт бешереүселәр тураһында һүҙ бара. Ҡуртымға фатир биреүселәр ҙә әлеге режим менән файҙалана ала.
- Сикләүҙәр ҙә бар. Акцизлы (мәҫәлән, сигарет һәм алкоголь), сауҙала һатылған әҙер тауарҙарҙы һәм милек хоҡуҡтарын һатырға ярамай. Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар табыу менән шөғөлләнгәндә, ҡайһы бер юридик килешеүҙәрҙе төҙөгәндә ташламалы режим менән ҡулланыу тыйыла.
Был ни өсөн кәрәк?
Унан мин ниндәй файҙа күрәм?
Был бик ябай һалым. Һеҙгә шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә, онлайн-касса булдырырға, ниндәйҙер декларациялар, отчеттар һәм башҡа ҡағыҙҙар тултырырға кәрәкмәй, ә һалым үҙенән-үҙе иҫәпләнеп барасаҡ. Банк һалымды автоматик рәүештә, бер ниндәй комиссияларһыҙ ҙа тотоп ҡала ала.
Уның ҡарауы һеҙ рәсми рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, үҙегеҙҙе матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә рекламалай алаһығыҙ. Һалым органдары тарафынан тикшереүҙәрҙән, законһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн штрафтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәйәсәк. Бынан тыш, бөтә ерҙә, мәҫәлән, банктан кредит юллағанда килемегеҙҙе рәсми рәүештә күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Нисек теркәлергә?
Быны эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Минең һалымым» бушлай ҡушымтаһы (ялған булып ҡуймаһын), һалым түләүсенең шәхси кабинеты, шулай уҡ һалым органына мөрәжәғәт итеп эшләргә мөмкин. Ғариза, паспорт мәғлүмәттәре һәм фотография ғына кәрәк буласаҡ. Әгәр барыһын да теүәл башҡарһағыҙ, оҙаҡламай яңы статусығыҙ хаҡында хәбәр ебәрәсәктәр.
Яңы система буйынса
нисек түләргә?
Бар процесс һеҙҙең кеҫә телефонындағы «Минең һалымым» ҡушымтаһы аша бойомға ашырыласаҡ. Уға банк картаһы беркетелә. Килемдәрҙе ҡушымта аша үткәрергәме-юҡмы икәнде һеҙ үҙаллы хәл итәһегеҙ.
Әйтәйек, һеҙ маникюр эшләү менән шөғөлләнәһегеҙ. Клиенттар һеҙгә бер мең һумдан түләй. Һеҙ килемегеҙҙе ҡушымта аша үткәрәһегеҙ һәм һәр табыштан 40 һум һалым түләйһегеҙ, клиенттарға чек бирелә – уны шул уҡ программа башҡара. Чекты ғәҙәти принтер аша ла сығарырға йәки электрон вариантта почта йә ватсап аша ебәрергә мөмкин.
Әгәр картағыҙға тыуған көнөгөҙ айҡанлы берәй дуҫығыҙ 5000 һум күсерһә, был сумманы программала күрһәтергә һәм һалым түләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ 4 процентлыҡ һалым:
- рәсми эш хаҡынан;
- шәхси милек, башҡа төрлө шәхси әйберҙәрҙе һатыуҙан;
- арбитраж идарасылар, баһалаусылар, нотариустар, адвокаттар һәм медиаторҙарҙың хеҙмәте өсөн бирелгән аҡсанан;
- күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ тапшырыуҙан алынған килемдән (мәҫәлән, һеҙ яңы төҙөлөп ятҡан йорттағы фатирҙы һатҡанда);
- компанияларҙың устав капиталындағы өлөштәрҙе һатҡан осраҡта түләнмәй.
Программа һәр осраҡта нисә процент һалым түләүҙе (дүрт йәки алты) үҙаллы хәл итә һәм һәр ай һөҙөмтәһе буйынса түләнергә тейеш сумманы билдәләй. Уны киләһе айҙың 25-енә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Әгәр “онотһағыҙ”, ун көн эсендә һеҙгә түләү хаҡында талап ебәреләсәк, ә артабан ғәҙәти алымға ярашлы алынасаҡ.
Пенсия һәм страховка иғәнәләре менән нимә буласаҡ?
Бер ниндәй ҙә иғәнәләр түләмәҫкә мөмкин һәм пенсия фондына ла был һалымдан иғәнә күсмәй. Йәғни, шәхси эшҡыуарлыҡтан айырмалы рәүештә, һеҙгә стаж иҫәпләнмәйәсәк һәм ошо рәүешле утыҙ йыл эшләһәгеҙ ҙә, һеҙ иң минималь пенсияға ғына өмөт итә алаһығыҙ. Ҡартлыҡта ла үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙгә күрергә тура киләсәк.
Үҙмәшғүллек тураһында тағы нимәләр белергә кәрәк?
- Әгәр һеҙ әле үк шәхси эшҡыуар булһағыҙ һәм үҙмәшғүллек тураһында закон талаптарына тура килһәгеҙ, һалым органына ғариза яҙып, тағы ла ябайыраҡ һалым һалыу системаһына күсә һәм килемдән 4 процент һалым түләй алаһығыҙ. Шулай уҡ теләгән ваҡытта быны кире ҡағып була.
- Рәсми рәүештә эшләп тә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнергә мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ мәктәптә уҡытаһығыҙ, бер үк ваҡытта репетиторлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ йәки ҡуртымға фатир бирәһегеҙ. Был осраҡта айырым иҫәп һәм карта астырыу ҙа кәрәкмәй. Мәктәп һеҙҙең өсөн иғәнәләр һәм физик шәхестең килеменә һалынған һалымды түләйәсәк, ә шәхси дәрестәрҙән һәм ҡуртым хаҡынан алынған килемдән 4 процент түләйәсәкһегеҙ.
- Бәғзе бер эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрен үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүсе итеп күрһәтеп, аҙыраҡ һалым түләүҙе маҡсат итеп аласаҡ, ә кешеләр отпуск һәм ауырыған осор өсөн түләүҙәрҙән мәхрүм ҡаласаҡ, тигән шик тә бар. Әммә был мөмкин түгел – һуңғы ике йылда хеҙмәт килешеүе төҙөгән компанияларҙан күскән аҡсаны программа үткәрмәйәсәк. Һалым органы ла быны бик еңел тикшерә ала.
- Яңы законды бынан бер нисә йыл элек ҡабул ителгән кесе эшҡыуарлыҡҡа тәғәйен «Һалым каникулы» менән бутарға ярамай. Улар икеһе ике нәмә – «һалым каникулы»осрағында бала ҡарау, репетиторлыҡ менән шөғөлләнгән кеше шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлһә, ике йыл дауамында бөтөнләй һалым түләмәүгә хоҡуҡлы.