Все новости
Эшҡыуарлыҡ
17 Января 2020, 15:05

Уңайлы лизинг

Яңы йылда эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы ғына ҡыуаныслы яңылыҡтар булыуы һөйөндөрә. Был яңылыҡ хаҡында беҙҙең менән район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов бүлеште.

Яңы йылда эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы ғына ҡыуаныслы яңылыҡтар булыуы һөйөндөрә. Был яңылыҡ хаҡында беҙҙең менән район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов бүлеште.
- Әле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн лизинг алыу бик ҡулайлы. 20 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем Рәсәй банкы ставкаһының 1/ 2 өлөшө буйынса (бөгөн был 3,13 йыллыҡ процент тәшкил итә) ҙур ғына ташламалы лизинг алыу өсөн конкурс иғлан ителде. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте БР Агентлығының Гарантиялы фондындағы эшҡыуарлыҡ сайтында gf-smbrb.ru аша табып була. Был ысынлап та отошло вариант. Конкурстың сроктары сикләнгән, шуға ла ҡатнашырға теләгән кешеләргә ашығырға кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк документтар әҙерләйһегеҙ, шул тиклем лизинг алыу мөмкинлеге ҙурыраҡ.
Шулай уҡ февралдә тағы бер конкурс иғлан ителәсәк: Рәсәй банкынан 6,25 процент менән 3 йылға 3 млн һумға тиклем ташламалы займ алып буласаҡ.
Мин йыш ҡына әйтә киләм, әле килеп йәнә ҡабатлайым, үҙ эштәрен асырға теләүселәр бар икән, булған мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаһын, әгәр ҙә ҡыйынлыҡтар тыуһа, тура үҙемә килһендәр, йә шылтыратһындар. Ҡулдан килгәнсә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ, - ти Тимур Насибулла улы.

Читайте нас: