Все новости
Эшҡыуарлыҡ
25 Февраля 2020, 14:05

«Ватан»дыҡы Ватанға таралыр

Республика Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел эш сәфәре менән Көйөргәҙе районына килгәнендә, «Ватан» хужалығы менән яҡындан танышты һәм хужалыҡ рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтовты үҙенә, инвестсәғәткә саҡырып ҡайтҡайны. Был турала «Юшатыр» яҙҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел эш сәфәре менән Көйөргәҙе районына килгәнендә, «Ватан» хужалығы менән яҡындан танышты һәм хужалыҡ рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтовты үҙенә, инвестсәғәткә саҡырып ҡайтҡайны. Был турала «Юшатыр» яҙҙы.
Кесаҙана көнө, Ғәйнетдин Ғәзиз улы Өфөлә инвестсәғәттә булып, республика етәкселеге менән тағы бер осрашты һәм унда булған һөйләшеү хаҡында беҙгә лә хәбәр итте:
- Радий Фәрит улы районда булғанда, хужалыҡ менән яҡындан танышты һәм беҙ башҡарған эште хупланы. Осрашыуҙа «Ватан» кооперативы базаһында ауыл хужалығы производствоһын һәм продукцияны эшкәртеү эшен үҫтереүгә арналған инвестицион проект тәҡдим иттем. Был проекттың маҡсаты булып, башҡорт халҡының традицион ит аҙыҡтарын етештереүҙе арттырыу, йылҡы итен эшкәртеү цехын киңәйтеү һәм етештерелгән продукцияны республиканың башҡа ҡалалары баҙарына ла сығарыу тора. Инвестиция күләме — 42 млн һумға планлаштырыла һәм был эште 2020-2022 йылдарҙа башҡарыу, тағы ла 5 кешегә эш урыны булдырыу күҙаллана. Радий Фәрит улы һәм инвестсәғәттә ҡатнашҡан башҡа етәкселәр проект менән ентекле танышты һәм ярҙам итәсәктәре, «Ватан» етештергән сифатлы ит продукциялары республиканың барлыҡ эре ҡалаларына барып етергә тейеш икәне хаҡында белдерҙе. Быйыл беҙҙең хужалыҡ етештергән продукция Өфө баҙарын барып етәсәк, артабан башҡа ҡалаларға ла тараласаҡ. Осрашыу ваҡытында Республика Башлығы видеобәйләнеш аша район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән дә һөйләште һәм уға ла «Ватан» хужалығы үҫешенә булышлыҡ итеү кәрәклеген әйтте. «Улар тырышып эшләй. Ҡулдан килгәнсе ярҙам итәсәкбеҙ, әлбиттә», - тип яуапланы Юлай Талха улы. Шулай итеп, тыныс шарттарҙа конструктив һөйләшеү уҙҙы. Шуныһы ла ҡыуаныслы — ошоға тиклем хужалыҡтың 3 000 га ауыл хужалығы ере бар ине, күптән түгел «Көйөргәҙеагропродукт»тың 1 500 га еренең арендаһына хоҡуҡ алдыҡ. Әлеге көндә «Ватан»дың 396 баш йылҡы малы бар. Шулай уҡ 95 баш йәш йылҡы малы һатып алынды.

Читайте нас: