Юшатыр
+17 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Эшҡыуарлыҡ
19 Мая 2021, 07:54
Алама еҫ
...Итте ашағанда ғына рәхәт икән, цехтың янына барырлыҡ түгел - һаҫыҡ. Мейестәре бар, малдың ҡалдыҡ-боҫтоғон шунда яндыралар, еҫ шунан килә. Күмертау янында биологик ҡалдыҡтарҙы яндыра торған завод төҙөүгә бәйле ғауға бара, еҫе былай уҡ булмаҫ та?
Был цехтың яҙмышы күҙ алдында - асҡанда шаулап астыҡ, аҙаҡ барып-күреп йөрөнөк, тик шатланырлыҡ ере аҙ булды. Бер ҡараһаң, бер хужа, икенсе ҡараһаң, икенсеһе. Мал һуйыу цехына киткән аҡса менән дә баш ҡатты. 5 миллион тинеләр тәүҙә, аҙаҡ цифра 20-гә барып баҫты - дөрөҫлөктө тәки таба алманыҡ.
Кисә йәнә һуғылдыҡ. Радмир Ҡаранаев ҡаршы алды. Янында Александр Чешейко. Бер һыйыр малы алып килгәндәр ҙә, шуны салып йөрөйҙәр. Итте ашағанда ғына рәхәт икән, цехтың янына барырлыҡ түгел - һаҫыҡ. Мейестәре бар, малдың ҡалдыҡ-боҫтоғон шунда яндыралар, еҫ шунан килә. Күмертау янында биологик ҡалдыҡтарҙы яндыра торған завод төҙөүгә бәйле ғауға бара, еҫе былай уҡ булмаҫ та?
Мал һуйыусыларҙың кәйефе самалы. Эштәре йүнле бармай. Айына 30-40 баш мал алып киләләр, былай ғына булмай. Ҡышын быға ҡарағанда ла аҙыраҡ. Әле цехтың яҙмышы һаман ҡыл өҫтөндә - суд булмаған. Суд булғас, уны һатыуға ҡуялар, хаҡы 1 700 мең, йә, шул сумманы түләп алып, аҙаҡ ярыҡ ялғаш янында ултырырғамы? Цех эше барһын тиһәң, цех хужаһының үҙенең малы булырға тейеш, үҙеңдең малыңды үҙең һуяһың да, үҙең һатаһың, шунда эш барасаҡ, ә былай, шәхси кеше алып килер тип көтөп ултырыу - аҡылһыҙлыҡ, ошолай фекер йөрөтә егеттәр. Әле түҙеп йөрөйбөҙ ҙә, торараҡ ҡарарбыҙ, юҡ икән - юҡ.
Баштан уҡ алама тәьҫирле ине был цех, әлеге еҫ һымаҡ, тәмле ит көҫәп киләһең, ә бында...
Цех, ундағы егеттәр тороп ҡалды, ә теге еҫ, арттан ҡалмай, эйәреп китте, алама еҫтән тиҙ генә ҡотолоп булмай икән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"