Эшҡыуарлыҡ
7 Августа 2021, 04:47

Табыуы ҡыйын түгел

Айнур Ҡәҙимов Күмертауҙа магазин асҡан - был уның тураһындағы сираттағы яңылыҡ. Ошолай тип беҙгә әйтеүе булды, беҙ магазин тупһаһында баҫып та торҙоҡ. Домбытаның ҡаршыһында ғына, эҙләп йөрөргә лә кәрәкмәй, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора был лавка.Билдәле, Айнур асҡан магазин араҡы һатмаҫ, бында хәләл ризыҡтар һатыла.

Табыуы ҡыйын түгелТабыуы ҡыйын түгел
Табыуы ҡыйын түгел

Беҙ, бисмилла тип, колбаса алдыҡ. Әле ашап ултырабыҙ. Ныҡ тәмле, бындай колбаса башҡа ерҙә юҡтыр, һәр хәлдә осратҡан булманы. Хаҡтарымы? Улар беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы - арзан. Үтә ныҡ ҡыйбат булһа алмаҫ та инек. Хәйер, нимәһен һөйләһең, үҙегеҙ барып күрегеҙ, сифатлы аҙыҡты хәҙерге заманда табыуы ҡыйын булһа, магазинды табыуы ҡыйын түгел, Домбыта болдорондағы кибет, эстә тәрбиәләнгән һаҡаллы егет баҫып торор.

Был турала материал йома һанында донъя күрҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас