Эшҡыуарлыҡ
30 Апрель 2022, 08:13

Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ

Ит, билмән, мантый, башҡа ризыҡ һатҡан кеше күп хәҙер, һәр береһе үҙенең тауарын үлтереп маҡтай, шулай ҙа, уға ышанып, алаһың, алып ҡайтып бешерәһең һәм.... Ашың аш булмай ҙа ҡуя. 

Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙТелегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ
Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ
Марсель менән Дилара Ярышевтарҙың һатҡан продукцияһын ауыҙ иткәнегеҙ бармы? Юҡ ти? Ҡуйсәле, донъялағы иң тәмле ризыҡты ашамай нисек йәшәйһегеҙ ул? Беҙ бөгөн рәхәтләндек кенә. Шашлыҡ, билмән (һауыты эсендә ҡорот та һалғандар, баштары эшләгән, кеше ҡоротом юҡ тип аптырап ултырмай, һурпа, тимәк, тәмле була), тағы әллә күпме аҙыҡ. 
Ярышевтарҙың ҡоласы киң, улар Ырымбур баҙарын да яулай икән. Оҙон итеп һөйләп тормайбыҙ, һатып алығыҙ, ашағыҙ. Тик бер генә киҫәтеү: абайлап ашағыҙ. Телегеҙҙе йотоп ҡуйыуығыҙ бар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас