Все новости
Эшҡыуарлыҡ
3 Июня 2022, 08:54

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа

 "Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа икәнен бөтәбеҙҙә беләбеҙ. Тик үҙ-үҙен ҡарап йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә йәлеп итеп тора икәне лә сер түгел". 

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа

- Бәләкәйҙән ҡул эштәре менән булышты, һүрәт төшөрҙө, топиарийҙар эшләне, тоҙло ҡамырҙан, гипстан матур сувенирҙар яһап туғандарға бүләк итә ине. Үҫә төшкәс ҡатын-ҡыҙҙарға макияж яһау менән ҡыҙыҡһынды, апайҙарын, еңгәләрен матур итеп биҙәндерә башланы. Никах туйына ҡыҙҙарҙы зауыҡлы кейендереү, биҙәндереү буйынса эш асып ебәрәм тип тә янып йөрөнө. Төплө уйлағандан һуң әлеге эшен башлап ебәрҙе, кәрәкле йыһаздар алды. Эшләйем тип торғас, беҙ ҡаршы килмәнек, тик хуплап ҡына ебәрҙек, - ти әсәһе Әлфиә Наил ҡыҙы.
Бәләкәйҙән тырыш ҡыҙ матурлыҡ булдырыу өсөн бар көсөн һалырға ниәтләй. Тиҙҙән перманентлы макияж эшләү буйнса ла уҡып сығырға уйлай. Етмәһә сәскә төрлө прическалар эшләргә лә оҫта ул. "Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа икәнен бөтәбеҙҙә беләбеҙ. Тик үҙ-үҙен ҡарап йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә йәлеп итеп тора икәне лә сер түгел. Клиенттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә аҙ ғына зауыҡлыҡ индереп ебәрһәм, уларҙың да, үҙемдең дә күңелем күтәрелеп китә", - ти Гөлфиә һылыу.

Гөлфиә Вахитова хаҡында тулыраҡ үткән аҙна һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: