Все новости
Эшҡыуарлыҡ
10 Августа 2022, 11:57

Шартлатып йәшәгеҙ

Илдар Ниғәмәтов, йорт хужаһы булараҡ, ишек алдына шарҙар элергә кереште, улары, ҡарышҡандай, шартлай ҙа ҡуя. 

Шартлатып йәшәгеҙ
Шартлатып йәшәгеҙ
Илдарҙы аңларға була (Екатерина- ҡатыны ла -  ҡушҡандыр, матур итеп ҡуй кергән ерҙе, арыу кешеләр килә ята). 
Ниғмәтовтарҙың ҙур яңы матур йортонда бөгөн байрам - маникюр-педикюр кабинетын асалар. Хөкүмәт ярҙамында 250 мең аҡса алғандар ҙа, бына эште еренә еткереп ҡуйғандар - кабинет әҙер. Хеҙмәт биржаһы начальнигы Елена Ломова килде иң тәүҙә (беҙҙән һуң), ул отпускыла икән, шулай ҙа бындай ваҡиғанан ситтә ҡалмаҫҡа булған -  йәштәргә субсидия алырға ул да ярҙам итте. Торараҡ күренделәр (шарҙар бөтәһе лә шартлап бөтмәгәйне): район башлығы Юлай Ильясов, инвестициялар буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов, фотокорреспондент.
Материал тулыһынса - киләһе һанда. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: