Все новости
Эшҡыуарлыҡ
7 Января 2023, 14:26

“Иң яҡшы эшҡыуар”

- Беҙҙең компанияға 21 йыл. 

“Иң яҡшы эшҡыуар”
“Иң яҡшы эшҡыуар”

1500 ҡатнашыусы араһында “Иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһын алыуыма шатмын. Был еңеү тотош компания уңышы тип уйлайым. Коллективым яҡшы минең, тырышып, эште еренә еткереп эшләйҙәр. Уларға рәхмәттәрем сикһеҙ. Быйыл 4 эшсем «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнделәр. Артабан бергә берҙәм булып, яңы үрҙәр, еңеүҙәр яуларға яҙһын. Шулай уҡ республика башлығы Радий Хәбировҡа, Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа рәхмәттәремде еткерәм. Эшҡыуарҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар.
“Юшатыр”ҙар һеҙҙе, һеҙҙең уҡыусыларығыҙҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Иҫәнлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем, - тине Зиннур Исхаҡов.

Материал үткән йыл аҙағында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: