Керәүле-Илюшкин балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡуйған «Ҡыҙыл Башлыҡ» спектаклен ҡарарға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Көйөргәҙе мәрхәмәтлек фондының Попечителдәр советы рәйесе Лилиә Михайлова һәм башҡа ҙур ҡунаҡтар килгән. Бик шәп премьераны күрергә улар буш ҡул менән килмәгәндәр — һәр балаға тәмле торт алып килгәндәр. Күстәнәс өсөн кескәйҙәр ҡыуанһа, ҡунаҡтар ҙа балаларҙың шатлыҡлы йөҙөнә, матур тамашаға һөйөнөп ҡайтты.