Все новости
Фотофакт
14 Апреля 2021, 11:32

Дандың һүнмәүе зарур

Кисә генә Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе менән осрашҡанда, ул, иртәгә килегеҙ, күргәҙмәбеҙ була тигәйне. Бәлки, унда бармаҫ та инек, Емролаевоның үҙәгенән үтеп барышлай танауға тәмле ҡомалаҡ икмәге еҫе бәрелде. Арбаны. Түҙмәй, боролоп керҙек. Бында....Нимә генә юҡ, бәлеш, торт, пирожныйҙар.- Барыһы ла тәбиғи, - тип маҡтанды Рәсимә Шәһисолтан ҡыҙы, - пальма-ғәләмәттең әҫәре лә юҡ.

Янында йәш кенә ҡыҙ баҫып тора, баҡһаң, ул Күмертау тау колледжында уҡып йөрөгән бала, Инна Бессонова икән.
- Бәләкәйҙән тәмлекәстәр бешереп мауығам, әсәйем генә түгел, атайым да бешеренеп-төшөрөнөргә әүәҫ, "ауырыу" уларҙан йоҡто, - тине беҙгә Инна, - бына һәр пирожный, торттың дизайны үҙемдеке, - күҙҙең яуын алып тора улары, ашағаныңдың тамаҡты ғына түгел, күҙҙе лә ҡыуандырыуы шәп.
Ҡулға икмәк тотторҙолар, бына, ашап ҡарағыҙ. Ашаныҡ. Тәме беҙҙе алыҫ үткәндәргә алып ҡайтҡандай булды - данлыҡлы Ермолаево икмәге бит ул. Ошо дандың артабан да һүнмәүе зарур.
Читайте нас: