Все новости
Фотофакт
12 Августа 2021, 13:02

"Амин, шулай ғына була күрһен"

Ныҡ сирләп үлгән кеше булһа, уны, моғайын, патологоанатом һәм башҡа табиптар, тәжрибә туплар өсөн, ныҡлап тикшерәлер - нимә менән ауырыған, нисек үлгән: үпкәһе, бөйөрө бөткән, бауыры ла эшлектән сыҡҡан, мейеһе лә эшләмәгән икән, ҡаны ла йүнле йөрөмәгән...  

"Амин, шулай ғына була күрһен"
"Амин, шулай ғына була күрһен"
Таймаҫ юлы әҙәм балаһы түгел, шулай ҙа уға ҡарап юлдарҙың сирен өйрәнергә була: соҡоро бармы - бар, ҙур таштар осамы - оса, ялтанып ҡына өлгөр. Гребенка, кәлейә, трамплин.... торғаны менән гөлләмә. Барыһы ла бар. Юлсы һөнәренә уҡыған студенттарҙы, тәжрибә участкаһы урынына, Таймаҫ юлына алып барырға кәрәк, күрһендәр, өйрәнһендәр, тормош бына шулай ҙа була ул, гел шыма ғына бармай. 
Юл буйында "Таймаҫ ауылы биләмәһе" тигән яҙыуҙы уҡып булмай, уңып бөткән, уның ҡарауы, әлегә "Хәйерле юл" тигәнен төҫмөрләргә була. Был һүҙҙәрҙе уҡығандан һуң, ирендәр үҙҙәренән үҙҙәре: "Амин, шулай була ғына күрһен" тип, ҡат-ҡат ҡабатлай.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: