Все новости
Фотофакт
4 Мая 2022, 09:51

Ай ҡыҙы

Ҡатын-ҡыҙҙы ҡайҙа, ниндәй ғәмәл башҡарғанда күрһәң яҡшыраҡ, ул гүзәлерәк күренә икән?  

Ай ҡыҙы
Ай ҡыҙы
Кемдер ул һыуҙан, көйәнтә күтәреп ҡайтып килгәндә тиер (Айға ҡасып менеп баҫҡан һылыу), кемдер атта сапҡанда йәки салғы менән һелтәп бесән сапҡанда, хатта кемеһелер иҙән йыуып йөрөгәндә лә тиер. Кемеһелер, бәлки, һыйыр һауып ултырғанда ла тип әйтер. Вилсәпиттә китеп барғанда тип береһе әйтерме икән? 
Вилсәпит - үҙе мөлкәт, әле ер ҡороп та өлгөрмәне, уларҙы урлау осраҡтары ла күбәйҙе. Беҙҙең редакцияла эшләгән берәүҙең бер йылы, бер түгел, ике вилсәпитенә айыу майы һөрттөләр. Ана ҡалай уның баһаһы - ҡараҡтар эшкинмәгән нәмәне урламаҫ. Ҡыҙҙың да сибәрен генә урлаған кеүек. 
Абдулда ла вилсәпиттең ҡәҙерен белгәндәр йәшәй, Гөлсөм Ханбәкова, ҡаланан ҡайтҡан һайын, ошо техниканан төшә белмәй, тыуған ил һауаһы, ҡаршы иҫеп, битте иркәләй, ҡоштар һайрауы, баҡалар тауышы - барыһы ла шул тиклем күңелгә яҡын, педалде ишкәндән ишке килә. 
Элегерәк вилсәпиттәр булһа, айҙа торған ҡыҙ, моғайын, көйәнтә тотоп түгел, вилсәпиткә атланып торор ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: