Все новости
Иғтибар
25 Января 2019, 13:05

ЯҢЫ КОММУНАЛЬ ХЕҘМӘТ БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ

2019 йылдан «Башэлектросбыт»тың квитанцияларында яңы хеҙмәт, йәғни ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү графаһы барлыҡҡа килде.

2019 йылдан «Башэлектросбыт»тың квитанцияларында яңы хеҙмәт, йәғни ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү графаһы барлыҡҡа килде.


Элек идаралыҡ компаниялары сүп-сар өсөн хаҡты торлаҡ йорттоң «содержание»һына керетәләр ине. Хәҙер инде сүп-сар сығарыу айырым коммуналь хеҙмәт һанала. Элек ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн халыҡтан аҡсаны фатирҙың дөйөм майҙанынан сығып иҫәпләһәләр, хәҙер был түләү фатирҙа нисә кеше теркәлеүенә бәйле буласаҡ.

Был яңылыҡ «сүп-сар реформаһы» сиктәрендә башҡарыла. Киләсәктә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырырға, уларҙы айырым йыйырға, сүплектәрҙән ҡотолоу һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы күмеү кимәлен кәметеүҙе планлаштыра.

Сүп-сарҙы йыйыу һәм шулай уҡ түләү хаҡтарын билдәләү эшен төбәк операторҙары башҡара. Был яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты билдәләгән тарифтар буйынса, нормативтар һәм төбәк операторының хеҙмәт күрһәтеүе хаҡы нигеҙендә билдәләнә.

«ЭСКБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандағы 3 төбәк операторы — «Эко-сити», «Экология Т», «Дүртөйлөмелиоводстрой» йәмғиәттәре менән агентлыҡ килешеүе төҙөнө.

Килешеү шарттары буйынса, төбәк операторҙары сүп-сар өсөн билдәләнгән хаҡтар тураһында «ЭСКБ»ға мәғлүмәт бирә. Шунан һуң был сумма квитанциялағы «за оказание услуги по обращению с ТКО» тигән яңы графала күрһәтелә. Бындай тәүге квитанцияны Башҡортостан халҡы 2019 йылдың февралендә аласаҡ.

Килешеү төҙөү, түләү хаҡын яңынан иҫәпләү өсөн документ тапшырыу, ташламалар һәм субсидиялар юллау өсөн Ермолаево ауылы, Калинин урамы, 17Б адресы буйынса урынлашҡан «Башэлектросбыт»тың клиент офисына килегеҙ.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү тарифтары һәм төбәк операторҙарының хеҙмәте буйынса мәғлүмәт алыу өсөн «Эко-сити» йәмғиәтенең 8-800-700-49-00 ҡыҙыу бәйләнеш телефоны йәки [email protected], roecocity.ru адрестары аша мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: