Все новости
Иғтибар
5 Апреля 2019, 12:37

Ҡулланыусылар арта

Бөгөн дәүләт һәм муниципаль уңайлыҡтарҙы gosuslugi.ru дәүләт уңайлыҡтары порталын ҡулланыу аша алырға була.

Бөгөн дәүләт һәм муниципаль уңайлыҡтарҙы gosuslugi.ru дәүләт уңайлыҡтары порталын ҡулланыу аша алырға була.

Бындай мөмкинлектән физик һәм юридик шәхестәр, эшҡыуарҙар, сит илдәр граждандары иркен файҙалана. Уның өсөн тәүҙә сайтта теркәлеү үтергә кәрәк. Дәүләт уңайлыҡтарының был төрөн ҡулланырға теләгән һәр граждан Ермолаево ауылындағы Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) йә Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлеге штабына һәм уның миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһенә дәүләт уңайлығы алырға теләүселәр һаны артҡандан-арта. 2018 йылдың 12 айында gosuslugi.ru. дәүләт уңайлыҡтары порталы аша 1600 ғариза бирелгән. Ә быйылғы йылдың тәүге ике айында 154 ғариза килгән.

Был электрон уңайлыҡты файҙаланыу һеҙҙең ваҡытығыҙҙы, аҡсағыҙҙы экономиялау мөмкинлеге бирәсәк. Һеҙҙе район үҙәгенә килеп йөрөүҙән азат итәсәк.
Читайте нас: