20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә урманды тергеҙеү айлығы үтәсәк. Был сараларға әҙерлек Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә ҡаралды.
Вице-премьер - БР-ҙың ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һүҙҙәре буйынса, айлыҡты үткәреү өсөн 400 гектарлыҡ майҙандағы 120 урман участкаһы билдәләнгән. Республика питомниктары менән теплицаларында 70 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе бар.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында — 27 апрелдә әүҙемселәр 60 урман участкаһында 1 миллион сәсмәлек ултыртасаҡ. Инвентарь, ағас үҫентеһе һәм сәсмәлектәрҙе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре урында үҙҙәре бирәсәктәр, ирекмәндәрҙе ағасты нисек дөрөҫ ултыртырға өйрәтәсәктәр.
Урманды тергеҙеү айлығында 30 миллион үҫенте: 23,5 миллион — ҡарағай, 4,5 миллион — шыршы, 1,5 миллион — ҡайын, дардар, йүкә, пирамидаль тирәк ултыртыу күҙаллана.
Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.