Һәр кесаҙна һайын районда инвестсәғәт уҙғарыла. Кисә үткән сарала район етәкселеге ике эшҡыуар менән осрашып һөйләште.
«Аргус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Наталья Коновалова маралдар һанын арттырыу һәм ферманы киңәйтеү буйынса проект тәҡдим иткән. Шулай уҡ бында марал һәм ала-сыбар болан итен эшкәртеү цехы, пант ванналары менән һауыҡтырыу комплексы төҙөү планлаштырыла. Әгәр ошо пландар тормошҡа ашырылһа, яңы 18 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. 2019-2022 йылдарҙа башҡарып сығырға ниәтләнгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 58 млн һум тәшкил итә.
Икенсе эшҡыуар — Вячеслав Гречушкин көнкүреш техникаһын берәмләп һатыу менән шөғөлләнә. Ул Көйөргәҙе районындағы бик күп ойошмалар һәм учреждениелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уға элек ҡуртымға алған бинаны алыу өсөн беҙҙән ярҙам кәрәк икән. «Беҙ эшҡыуарҙарға был идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Уларҙың был пландарының уңышлы килеп сығыуын теләйбеҙ һәм тиҙҙән тәүге яҡшы һөҙөмтәләрҙе лә күрербеҙ, тип ышанам», - ти район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов.