2019 йылдың 20 майынан 31 майына тиклем Башҡортостанда, шулай уҡ Көйөргәҙе районында «Шәхси эшҡыуар» шартлы исеме менән профилактик операция үткәрелде. Шул ваҡыт эсендә Көйөргәҙе районында дәүләт техник күҙәтселек инспекцияһы тарафынан барлығы 37 үҙйөрөшлө машина тикшерелде, шуларҙың 9-ы шәхси ҡулдарҙағыһы.
Тикшереүҙәр барышында 3 кешенең ваҡытында техник күҙәтеү үтмәүе, 1-әүһенең теркәү документтарының булмауы, 2-һенең үҙйөрөшлө машиналары техник яҡтан төҙөк булмауы асыҡланды. Улар яуаплылыҡҡа тарттырылды, барыһына ла тейешле күләмдә штрафтар һалынды.