Все новости
Иғтибар
12 Июля 2019, 10:21

Документтар тапшырылды, теркәүҙәр башланды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеү 2019 йылдың 20 июнендә тамамланғайны. Уның һөҙөмтәләре буйынса кандидаттар һаны 11-гә етте. Ә 2019 йылдың 1 июленән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттар Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшыра башланы. Кисә, 11 июлдә, һайлауҙың был өлөшө тамамланды. Һөҙөмтәлә «Берҙәм Рәсәй»ҙән Радий Хәбиров, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьев, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан Владимир Кобзев, «Граждандар көсө партияһы»нан Владимир Барабаш, «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары» партияһынан Рәфис Ҡадиров БР Үҙәк һайлау комиссияһына БРБашлығына кандидат итеп теркәү өсөн тейешле документтарын тапшырҙы.

8 июлдә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәне һәм был турала танытма тапшырҙы.

Комиссия ултырышынан һуң Радий Хәбиров һайлау алды кампанияһына ҡағылышлы тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм дебаттарҙа ҡатнашмаясағы хаҡында әйтте.

«Халыҡ минең хаҡта өс минут эсендә барыһын да белеп бөтәме ни? Үҙем тураһында бер нәмә лә һөйләргә кәрәкмәй – асыҡтан-асыҡ эшләйем һәм халыҡтың ошо һөҙөмтәләрҙән сығып һайлау мөмкинлеге бар», - тине Радий Фәрит улы.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, кандидаттарҙың бөтә документтарын һәм ҡултамғаларын тикшергәс, 20 июлдән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү буйынса законға ярашлы тейешле ҡарар ҡабул итәсәк.

Республика киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы 10 августа башланасаҡ һәм 6 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: