2019 йылдың 8 сентябрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау буйынса берҙәм тауыш биреү көнөндә, йәшәгән, теркәлгән еренән ситтә, республиканың башҡа районында йәки ҡалаһында булған граждандар «Мобиль һайлаусы» системаһынан иркен файҙалана ала. Ул 2018 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлауҙан алып әлегәсә ғәмәлдә, былтыр Башҡортостан парламентына һайлау кампанияһы осоронда ла эшләне.
Тауыш биреү көнөндә теркәлгән еренән ситтә булған кешеләр 24 июлдән 4 сентябргә тиклем үҙҙәре барған ерҙәге территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша ситтән тороп ошо биләмәләге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙа ала.
28 августан 4 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияһына ла ошондай уҡ ғариза бирергә мөмкин.
Теге йәки был сәбәп менән тәҡдим ителгән алымдарҙан файҙалана алмағандарға 5 сентябрҙән, әммә 7 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса, йәшәгән урыны буйынса участка һайлау комиссияһында, үҙҙәре барған ерҙәге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап, махсус ғариза тултырырға була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Мобиль һайлаусы» системаһы әлегә республика биләмәһендә һәм Мәскәү ҡалаһында ғына эш итә. Тимәк, башҡа төбәктәргә юлланғандар 8 сентябрҙә тауыш бирә алмаясаҡ. Илебеҙҙең баш ҡалаһында һанлы 30 һайлау участкаһының береһенә барып, һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең участкалағы иҫәптән төшөргә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы ярҙамында Мәскәүҙәге тейешле участкала теркәлергә кәрәк. Әлегә эксперимент рәүешендә ғәмәлгә индерелгән һанлы һайлау участкалары тәжрибәһе һөҙөмтәлелеген күрһәтһә, киләсәктә уны бөтә ил буйынса таратыу күҙаллана.