Все новости
Иғтибар
6 Августа 2019, 10:34

Хужаһы яуап бирә

Стәрлетамаҡ инфраструктура дистанцияһы мал көтөүҙең ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә. Ҡараусыһыҙ йөрөгән мал һәр саҡ тимер юл транспорты эшенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Үтеп барған составтың һыйыр малын йыш бәрҙереүе сәбәпле, тимер юл эргәһендә көтөү ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртеп, район етәкселеге район халҡына мөрәжәғәт итә. 2011 йылдың 11 авгусында Ерал-Симский тимер юлы арауығында йөк поезы юлдан сыға, быға һыйыр малы тапалыу арҡаһында тормоз системаһының боҙолоуы сәбәпсе була.

Стәрлетамаҡ инфраструктура дистанцияһы мал көтөүҙең ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә.

Ҡараусыһыҙ йөрөгән мал һәр саҡ тимер юл транспорты эшенә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Үтеп барған составтың һыйыр малын йыш бәрҙереүе сәбәпле, тимер юл эргәһендә көтөү ҡағиҙәләрен үтәү тураһында иҫкәртеп, район етәкселеге район халҡына мөрәжәғәт итә.

2011 йылдың 11 авгусында Ерал-Симский тимер юлы арауығында йөк поезы юлдан сыға, быға һыйыр малы тапалыу арҡаһында тормоз системаһының боҙолоуы сәбәпсе була.

Тикшергән анализ буйынса, 2018 йылда Куйбышев тимер юлы сигендә 42 эре мал һәм ҡырағай йәнлек тапалыу осраҡтары билдәләнелә. Һөҙөмтәлә 57 поездың һуңлап килеүе асыҡлана, улар араһында 18 пассажир һәм 33 ҡала яны поезы. Шул уҡ йылдың 1-се кварталында был сәбәп буйынса 28 һуңлап килеү осрағы теркәлгән.

2018 йылда Усть-Зиган станциялары араһында һыйыр йөк ташыу поезы аҫтында ҡала. Шул арҡала поезд 3 минут буйы туҡтап торорға мәжбүр була. Бәхеткә, китеп барған состав юлдан сыҡмай, был кешеләрҙең йәрәхәтләнеү йә үлеменә килтерер ине.

Шул уҡ йылда йөк поезы Мәләүез-Ҡаран станциялары араһында һыйырҙы тапай һәм 7 минутҡа һуңлай. Малдың хужаһы асыҡлана һәм ул административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Малдарҙың тимер юлдарында тапалыуына 2 төп сәбәп бар: поезд аҫтына ҡарауһыҙ йөрөгән малдар эләгә, шулай уҡ, уларҙы рөхсәт ителмәгән урында көтәләр.

Бындай осраҡтарҙа ваҡиға урынына транспорт полицияһы киләсәк, мал хужаһына административ штраф һалынасаҡ.

Урындағы халыҡ һаман да малын иркен рәүештә ебәреүҙе дауам итә. Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарын тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ, малдарҙы тимер юл эргәһендә йөрөтөүселәргә штраф һалынасаҡ. Малдың үтеп барыусы состав аҫтында ҡалыуы өсөн тулыһынса хужаһы яуаплы.
Читайте нас: