Все новости
Иғтибар
9 Августа 2019, 07:50

Арзаныраҡҡа төшә

Башҡортостанда «Алға» транспорт картаһы ҡулланыла башланы. Уның менән бөтә төр йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән маршрут таксиҙарында иҫәпләшергә мөмкин.

Башҡортостанда «Алға» транспорт картаһы ҡулланыла башланы. Уның менән бөтә төр йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән маршрут таксиҙарында иҫәпләшергә мөмкин.

Башҡортостан — банкта транспорт картаһы һатылған беренсе төбәк. Йәмәғәт транспорттарында йөрөүселәрҙең күбеһе бындай карта барлығын беренсегә ишетә. Яңы карталарҙы ҡабул итеүсе терминалдар дәүләт транспорттарынан тыш, шәхси автобустарҙың да барыһына ла ҡуйылған тиерлек. Әле махсус сығарылған карта йә булмаһа ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙең айырмаһы юҡ. Алдағы өс айҙа үҙгәрештәр буласаҡ. «Алға» картаһы «Өфө матбуғаты» киоскыларында, «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә һәм ҙур магазиндар селтәрендә һатыла. Хаҡы — 50 һум.

«Алға» картаһы менән юл хаҡы ҡулаҡсаға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә. Бер тапҡыр ҡуллана торған айлыҡ, йыллыҡ карталар эшләү ҡаралған. 1 сентябрҙән балансты тулыландырыу, нисә тапҡыр йөрөүҙе күҙәтеү функциялары менән мобиль ҡушымта эшләй башлай.
Читайте нас: