2019 йылдың 29 августында, 10.00 сәғәттән алып 11.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе И.А. Макаренко 2019 йылдың 8 сентябрендә, берҙәм тауыш биреү көнөндә, һайлауҙарҙы әҙерләү һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса телефондан «тура бәйләнеш» үткәрә. Һорауҙар БР Үҙәк һайлау комиссияһының күп каналлы 8 800 347 54 54 телефоны буйынса ҡабул ителә, шылтыратыу бушлай. Һорауҙарығыҙҙы «тура бәйләнеш» тигән тамға менән алдан
[email protected] электрон почтаһы адресына ла ебәрә алаһығыҙ. Уларға яуаптар төбәк дәүләт матбуғат баҫмаларында һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында баҫыласаҡ.