1 июлдән республикабыҙҙа «Алға» Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә керҙе. Ул ҡала-ара транспортынан башҡа, бөтә йәмәғәт транспортына иҫәпләнгән. Автобус салондарында махсус терминалдар ҡуйылған. Карта хаҡы - 50 һум, уны «Рәсәй почтаһы», «Уралсиб», «Һаҡлыҡ банкы»нда алырға була. Бөгөнгө көндә карта Өфө ҡалаһындағы «Уфа-печать» киоскыларында һатыла башланы.
Карта менән йөрөү арзанға төшәсәк. 1 сентябрҙән алып картаға сбербанк-онлаин һәм мобиль ҡушымта аша аҡса һалып була.
Элекке карталар иһә беренсе осорҙа ҡулланыласаҡ, аҙаҡ яйлап юҡ ителәсәк. Банкы карталары һәм ҡул аҡсаһы менән түләү ҙә һаҡлана. Льготасылар һәм студенттар өсөн, закон буйынса, ҡағиҙәләр үҙгәрешһеҙ ҡала. Улар айына 600 һумлыҡ берҙәм социаль юл йөрөү билеты алып, дәүләт муниципаль транспортында сикләүһеҙ йөрөй алалар.
«Алға» картаһы буйынса 1 сентябрҙән алып сәғәтле тариф керетелә. Бер тапҡыр түләп, бер сәғәт буйы бер-нисә автобуста йөрөргә була. Бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырыу менән эшкә барыусы пассажирҙар өсөн был күпкә уңайлы һәм экономиялы була. Кеҫә тулы ваҡ аҡса йөрөтөргә лә кәрәкмәйәсәк.