Инвалидтар, ныҡ ауырыған, оло йәштәге хәлһеҙ кешеләр, шулай уҡ ауырыуҙарҙы ҡараған, тәрбиәләгән, шул арҡала һайлауға бара алмаған һайлаусылар өйҙәрендә тауыш бирә аласаҡ.
Бындай хоҡуҡҡа эйә һайлаусыларҙы һайлау комиссияһы билдәләй. Әгәр өйөндә һайлау өсөн тейешле сәбәп булмаһа, комиссия уларҙың ғаризаһын кире ҡаға ала.
Өйөндә тауыш биреүсе һайлаусы һайлау көнөндә, йәғни 2019 йылдың 8 сентябрендә 15.00 сәғәткә тиклем ваҡытта тауыш биреп өлгөрөргә тейеш.
Өйөндә тауыш бирергә теләүсе һайлаусы һайлау комиссияһына яҙған ғаризаһында үҙенең фамилияһын, исемен, атаһының исемен, адресын һәм һайлау участкаһына килә алмау сәбәбен күрһәтергә тейеш. Әгәр һайлаусы телдән мөрәжәғәт итһә, һайлау реестрында бының ваҡыты, һайлаусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме яҙыла, шулай уҡ телдән мөрәжәғәтте ҡабул иткән участка һайлау комиссияһы ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйыла. Әгәр өйөндә тауыш бирергә теләп тә, был турала участка һайлау комиссияһына килеп телдән мөрәжәғәт итергә мөмкинлеге булмаған һайлаусы өсөн башҡа кеше мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ участка һайлау комиссияһында өйөндә һайларға теләүсе һайлаусы өсөн телдән мөрәжәғәт иткән кешенең дә фамилияһы, исеме, атаһының исеме яҙыла.
Тауыш биреү көнөндә участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусының өйөнә барып, бөтә талаптарға ярашлы унан тауыш бирҙерттерә.