Все новости
Иғтибар
11 Сентября 2019, 14:02

Енəйəттəр артты

Стəрлетамаҡ инфраструктура дистанцияһы сигендə «РЖД» компанияһының мөлкəтен боҙоу осраҡтары йышайҙы. Туҡталыш пункттарында һəм дистанция араларында кемдəрҙер тарафынан юл билдəлəрен, саҡрым бағаналарын, пикетлы бағаналарҙы, туҡталыш платформалары исемдəрен һ.б. урлау, боҙоу осраҡтары йышайҙы. Локомотив бригадалары машини-стары был күренештəргə йыш зарлана. Проблемалы зоналарҙы рəткə килтереү өсөн «РЖД» йыш ҡына эшсе бригадалары ебəрə, был иһə өҫтəмə сығымдар талап итə. Рəсəй Хөкүмəте, һəр кеше аңлы рəүештə ниндəй ҙə булһа мөлкəтте боҙоу һəм урлау өсөн юридик яуап тоторға тейеш, ти. Бындай ҡылығы өсөн енəйəтсе 300 һумдан 400 һумға тиклем штраф түлəргə тейеш. Əгəр ул килтергəн зыян күлəме ҙур булһа, 40 000 һумға тиклем штраф, йə 360 сəғəтлек мотлаҡ йəки холоҡ төҙəтеү эштəренə ебəрелə. Зыяндың күлəменə ҡарап хатта енəйəтсене 2-5 йылға тиклем иркенəн мəхрүм итеү һəм 1 йыл эсендə 120 000 һум штраф түлəтеү ҡаралған. Əгəр ҙə енəйəтсе бер үҙе эш итһə, 3 айға тиклем ҡулға алынырға мөмкин. Бынан тыш, енəйəтсе зыян күреүсегə килтерелгəн зыян суммаһын да түлəргə тейеш.А. ПУПОВ,Стəрлетамаҡ инфраструкткрадистанцияһы етəксеһе

Читайте нас: