Все новости
Иғтибар
24 Сентября 2019, 11:31

Исемебеҙҙән файҙаланалар

Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер мут әҙәмдәр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Күмертау территориаль бүлеге исеменән файҙаланып аҡса эшләргә маташалар. Улар төрлө ойошма, предприятие, шәхси эшҡыуарҙарға, бәләкәй һәм урта эшҡыуар етәкселәренә һәм башҡаларға ҡулланыусылар мөйөшө өсөн түләүле документтар пакетын 5 мең һумға һатып алырға тәҡдим итә. Беҙҙең Роспотребнадзор бындай документтар тәҡдим иткәне, улар менән һатыу итеп аҡса эшләргә йыйынғаны ла юҡ. Был мут әҙәмдәрҙең бары тик беҙҙең исемдән үҙ кеҫәләрен ҡалынайтырға ғына теләүе. Әгәр һеҙгә интернет аша йә телефондан шундай тәҡдимдәр булһа, беҙгә +7(34761) 44734 телефонына шылтыратып түләүһеҙ консультациялар алырға мөмкин.

Татьяна ПАХОМОВА,

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса территориаль бүлек начальнигы
Читайте нас: