Все новости
Иғтибар
20 Декабря 2019, 12:35

Һаҡланығыҙ

Статистика буйынса, янғын йәһәтенән хәүефле көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта.

Статистика буйынса, янғын йәһәтенән хәүефле көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре – мейес менән электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Башҡортостанда йыл башынан 11236 янғын булған, уларҙа 261 кешенең ғүмере өҙөлгән. БР дәүләт комитеты йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә:
- электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарҙы ҡулланмағыҙ;
- электр селтәренә көс төшөрмәгеҙ;
- асыҡ ут сығанаҡтарынан (шырпы, шәм) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;
- электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ.
Ут тоҡанып китеүҙә янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын урынлаштырырға кәрәк. Ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай. Бөгөнгә республикала бындай датчик ярҙамында янғын ваҡытында 335 кешенең, шул иҫәптән 131 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
А. ПЫРКИН,
төбәк-ара эҙләү-ҡотҡарыу
отряды етәксеһе
Читайте нас: