Все новости
Иғтибар
28 Января 2020, 11:35

Беҙгә эшкә килегеҙ

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге Полицияның патруль-пост хеҙмәте подразделениеһына эшкә саҡыра.

Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге Полицияның патруль-пост хеҙмәте подразделениеһына эшкә саҡыра.
Кандидаттарға талаптар:
- белеме урта белемдән түбән булмаған, хөкөмгә тарттырылмаған һәм РәсәйҠораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән 40 йәшкә тиклемге ир-ат.
Социаль гарантиялар:
- РФ Эске Эштәр министрлығы учреждениеларында түләүһеҙ уҡыу, сессия ваҡытында түләүле академик отпускы алыу.
- Хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына РФ территорияһы буйынса ял итеү урындарына транспорттың бөтә төрҙәрендә лә бушлай барып ҡайтыу.
- 10 йыл хеҙмәттән һуң торлаҡ төҙөү йә һатып алыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙәр. Кеше фатирын йәшәүгә алып торған өсөн аҡсалата компенсация түләү.
- РФ Эске Эштәр министрлығы ведомство учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен медицина яғынан һәм шифахана-курорттарҙа хеҙмәтләндереү бушлай, дауаланыу урынына барыуҙың юл хаҡын түләүҙе Хөкүмәт үҙ өҫтөнә ала.
Кемдәрҙең полицияла эшләргә теләге бар, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: Күмертау ҡалаһы, Салауат урамы, 19. Телефон: 8 (34761) 4-1030.
Читайте нас: