Был сумманы табыу –
күптəр өсөн ауыр мəсьəлə. Шуға
күрə сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн
– 80 процентҡа яҡынын ҡаплауҙы
республика үҙ өҫтөнə алды.
Быйыл Башҡортостанда 2246
сертификат тапшырылған. Иң күбе
– Баймаҡ, Иглин һəм Нуриман
райондарында. Уны башлыса
күп балалы ғаилəлəр ала. 2022
йылға тиклем əлеге сертификат
менəн һигеҙ мең самаһы ғаилəне
тəьмин итеү күҙаллана. Уны
алыуға кемдəр хоҡуҡлы һəм
ҡайҙа мөрəжəғəт итергə – бөгөнгө
һүҙебеҙ ошо хаҡта.
Кем хоҡуҡлы?
Был сертификат Башҡортостанда йəшəгəн, əлегəсə газ
үтмəгəн шəхси милек хужаһы
йəки шəхси йортта өлөшкə эйə
булған һəм «беренсе категория»
тигəн төркөмгə ҡараған кешелəргə
бирелə. Категория «зəңгəр
яғыулыҡ»ты тотоноу күлəменə,
йорттан газ бүлеү селтəренə
тиклемге алыҫлыҡҡа, селтəрҙəге
баҫымға ҡарап билдəлəнə
(үҙеңдең категорияңды «Газпром
газ бүлеү Өфө» йəмғиəтенең
офистары аша белергə мөмкин).
Шулай уҡ түбəндəге категорияларҙың береһенə ҡараған
граждандар ҙа сертификат алыуға
хоҡуҡлы:
* Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һəм инвалидтар, хəрби
хəрəкəт инвалидтары;
* аҙ тəьмин ителгəн инвалидтар,
инвалид бала тəрбиəлəгəн
ғаилəлəр һəм күп балалы
ғаилəлəр;
* аҙ тəьмин ителмəгəн
инвалидтар, инвалид бала
тəрбиəлəгəн ғаилəлəр һəм күп
балалы ғаилəлəр.
Тəүге ике пунктҡа ҡараған
кешелəр – 100 мең, өсөнсө
пункттағылар 60 мең һум алыуға
хоҡуҡлы. Бер нисə категорияға
тура килһəгеҙ ҙə, һеҙгə бер генə
сертификат бирелə. Ҡайһыһы
буйынса юллауҙы үҙегеҙ хəл
итəһегеҙ.
Нисек алырға?
1. «Газпром газ бүлеү Өфө»
йəмғиəтенең яҡындағы офисына
мөрəжəғəт итеп, йортоғоҙға газ
үткəреү техник йəһəттəн мөмкинме
икəнен асыҡлағыҙ. Əгəр барыһы
ла яҡшы булһа, һеҙҙең менəн
газ үткəреү тураһында килешеү
төҙөйҙəр.
2. Ошо килешеү һəм башҡа
кəрəкле документтар менəн
Халыҡты социаль яҡлау үҙəгенə
йəки Күп функциялы үҙəк офисына
мөрəжəғəт итəһегеҙ.
Түбəндəге документтар кəрəк:
- паспорт, барлыҡ ғаилə
ағзаларының тыуыу тураһында
таныҡлығы;
- газ үткəреү тураһында ҡултамға
ҡуйылған килешеү;
- льготаға хоҡуғығыҙҙы раҫлаған
документтар;
- йортҡа шəхси милек хоҡуғын
раҫлаған документтар;
- əгəр ғаилə аҙ тəьмин ителгəн
булһа, һуңғы өс айҙағы килем
тураһында белешмə, эшлəмəгəн
граждандарға – хеҙмəт
кенəгəһенең күсермəһе, 16 йəштəн
өлкəн балаларға – мəктəптəн йəки
колледждан белешмə;
- йорттоң барлыҡ милекселəренəн тап ошо кешенең сертификат алыуына яҙма ризалыҡ.
Ғаризағыҙҙыункөнэсендəҡарап,
артабанғы биш көн дауамында
яуап бирергə тейештəр.
«Газпром газ бүлеү Өфө»
йəмғиəте йəки подрядсы компания
менəн эш өсөн сертификат менəн
иҫəплəшеү тураһында өҫтəмə
килешеү төҙөгөҙ.
Сертификатты нисек
ҡулланырға?
Сертификаттың яраҡлылыҡ
ваҡыты – бирелгəн көнөнəн алып
ике йыл. Мəҫəлəн, һеҙ уны 2020
йылдың сентябрендə алһағыҙ,
2022 йылдың сентябренə тиклем
файҙаланырға тейешһегеҙ, юғиһə,
ул сират буйынса артабанғы
кешегə бирелəсəк.
Сертификат менəн ер участкаһының сигенə тиклем һəм
билəмə эсендə газ үткəреү
буйынса башҡарылған эштəр – газ
үткəреү проекты, төҙөлөш-монтаж
эштəре, газ ҡорамалдарын
(плитə, ҡаҙанлыҡ, колонкалар,
газ иҫəплəгес, газланыу кимəлен
күрһəткес) һатып алыу һəм
монтажлау өсөн иҫəплəшергə
мөмкин. Башҡа сығымдарҙы
үҙегеҙ түлəргə тейешһегеҙ.
Газға тоташҡанға тиклем һеҙгə
йортоғоҙҙо əҙерлəргə – йылылыҡ,
еллəтеү селтəре урынлаштырырға, төтөн сығыу юлын эшлəргə,
газ ҡорамалдары һатып алырға
кəрəк. «Газпром межрегионгаз
Өфө» йəмғиəтенең генераль
директоры Альберт Лоҡманов
əйтеүенсə, тап ошо сəбəп –
йорттоң тулыһынса əҙер булмауы
арҡаһында сертификатҡа эйə
булыусыларҙың 20 проценты ғына
эштəрҙе аҙаҡҡаса еткерə алған.
«Зəңгəр яғыулыҡ»ҡа
тоташҡандан һуң Күп функциялы
үҙəккə йəки Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын ғəмəлгə ашырыу буйынса
идаралығына (Өфө ҡалаһы,
Достоевский урамы, 101) түбəндəге документтар менəн килергə
кəрəк буласаҡ:
1. сертификатты алыусының
паспорты;
2. эштəрҙе башҡарыусының
билдəһе ҡуйылған сертификат;
3. газ селтəренə тоташтырыу,
əгəр булһа, йортҡа газ үткəреү
тураһында килешеү йəки уларҙың
нотариус тарафынан раҫланған
күсермəһе;
4. эштəрҙе башҡарыусы һəм
сертификатты алыусы ҡул ҡуйған
акт;
5. газ селтəренə тоташыу
тураһында «Газпром газ бүлеү
Өфө» йəмғиəте һəм сертификат
хужаһы ҡул ҡуйған акт.
Тағы нимəлəрҙе белергə кəрəк
- Быйылғы йылдан уртаҡ стенаға
эйə йортта һəм льготаға эйə
булыусы кеше менəн өс йылдан
ашыу бергə йəшəгəн милек
хужалары ла ғариза бирə ала.
- Йорттоң милексеһе нисəү
булыуға ҡарамаҫтан, бер йортҡа
бер генə сертификат бирелə. Уны
бүлəк итергə ярамай.
- Башҡа кеше – туғаның, күршең,
дуҫтар һəм башҡалар исеменəн
дə ғариза бирергə мөмкин. Был
осраҡта һеҙҙең законлы вəкил
булыуығыҙ нотариус тарафынан
раҫланырға тейеш.
- Əгəр быға тиклем монтаж
эштəрен башҡарып, улар өсөн
түлəгəн булһағыҙ ҙа, йортоғоҙға
газ инмəгəн осраҡта, сертификат
юллай алаһығыҙ.
- Сертификат хужаһы вафат
булған осраҡта, документтың
яраҡлылыҡ ваҡыты уның
яҡындары мираҫ хоҡуғына эйə
булғанға тиклем туҡтатыла.
Мираҫ эйəлəре подрядсы компанияға мөрəжəғəт итеп, килешеүгə
төҙəтмə индерергə тейеш.
Əгəр кеше сертификатты алып
өлгөрмəй үлеп ҡалһа, үкенескə
ҡаршы, ғаилəгə барыһын да
яңынан башларға – документтар
йыйырға, сиратҡа баҫырға тура
килəсəк.
- Ярҙам күлəме эш хаҡынан
ҙурыраҡ була алмай. Мəҫəлəн,
газ үткəреүҙең хаҡы 80 мең һум
тəшкил итеп, һеҙгə 100 мең
һумлыҡ сертификат тейеш булған
осраҡта, республика барлыҡ
сығымды түлəй, ə ҡалған 20 мең
һумды «дөйөм ҡаҙан»ға ҡайтара.