Все новости
Иғтибар
25 Сентября 2020, 22:00

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башланыуға ҡағылышлы нимәләрҙе белергә кәрәк

Башҡортостанда быйыл йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән алдараҡ башлана. Власть ныҡлы һыуыҡтарҙы көтмәҫкә, йорттарға һәм фатирҙарға йылылыҡты әле үк бирә башларға ҡарар итте. Был урынлы ҡарар – йәшәйешебеҙ коронавирус арҡаһында былай ҙа тыныс түгел, киҙеү миҙгеле яҡынлай, меңдәрсә кеше тымаулап, йүткереп йөрөй. Бындай мәлдә өшөргә һис тә ярамай!

Башҡортостанда быйыл йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән алдараҡ башлана. Власть ныҡлы һыуыҡтарҙы көтмәҫкә, йорттарға һәм фатирҙарға йылылыҡты әле үк бирә башларға ҡарар итте. Был урынлы ҡарар – йәшәйешебеҙ коронавирус арҡаһында былай ҙа тыныс түгел, киҙеү миҙгеле яҡынлай, меңдәрсә кеше тымаулап, йүткереп йөрөй. Бындай мәлдә өшөргә һис тә ярамай!
Йылылыҡты ҡасан теләйһең, шунда тоҡандырырға мөмкин
Законға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре һауа температураһы биш көн дауамында +8 градустан күтәрелмәгән осраҡта йылылыҡ бирә башларға тейеш. Был хаҡта РФ Торлаҡ кодексында әйтелә. Һәр ҡала йәки район йылытыу миҙгелен ҡасан башлауҙы үҙаллы хәл итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы хакимиәте кампанияға стартты үткән аҙнала бирҙе. Башҡа ҡала һәм райондар ҙа ошо көндәрҙә ҡушыласаҡ.
Әммә йортта йәшәүселәр көндәрҙең һалҡынайыуын көтмәйенсә, үҙҙәре теләгән мәлдә йылытыу миҙгелен башларға хоҡуҡлы. Бының өсөн дөйөм йыйылыш үткәреп, «йылылыҡ бирергә» тигән ҡарар сығарырға һәм уны идарасы компанияға ебәрергә кәрәк. Әгәр йорт техник йәһәттән әҙер икән, ресурстар менән тәьмин итеүсе компания йылы бирәсәк. Шуныһы мөһим – был һеҙҙең фатир өсөн түләмегеҙҙә сағылыш табасаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа йылылыҡ өсөн күпме ҡулланыуға ҡарап түләйбеҙ: күберәк тотонған һайын иҫәп тә арта.
Батареялар ҡасан йылынасаҡ?
Бөгөн йылытыу миҙгелен башлаһаҡ, иртәгә йортобоҙҙа йылы була, тип уйлау дөрөҫ түгел. Был – ғәҙәттә бер нисә көн талап иткән ҡатмарлы технологик процесс. Тәү сиратта балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар тоташтырыла, артабан – торлаҡ йорттар.
Ҡайһы саҡта бер бүлмәлә йылы, икенсеһендә – юҡ. Ғәҙәттә, бындай хәлгә системала ҡалған һауа сәбәпсе була. Подвалдағы йәки өҫкө ҡаттағы торбанан һауаны сығарыу менән проблема хәл ителә. Элек бындай эш менән шөғөлләнмәгән булһағыҙ, үҙаллы маташмағыҙ – вентиль ысҡынып китеп, бөтә фатирҙы һыу баҫыуы ихтимал!
Йылылыҡ өсөн яңыса түләйбеҙ
Сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ҡағыҙына «йылылыҡ» тигән графа кире ҡайта. Бығаса беҙ «иҫәпләнгән норматив» тигән алым буйынса түләнек, йәғни йыл һайын идарасы компания түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарай торғайны. Әгәр үткән ҡыш йылы булһа, иҫәп ҡулланыусы файҙаһына эшләнә һәм аҡсаның бер өлөшө кире ҡайтарыла ине. Әгәр һыуыҡ булһа, өҫтәп түләргә лә тура килде. Былтырғы ҡышта бөтә республика яңыса түләү системаһына күсте. Хәҙер беҙ йылылыҡ өсөн элеккесә йыл буйына түгел, ә йылытыу миҙгелендә генә түләйбеҙ. Был уңайлы һәм ғәҙел – үҙеңдең йортоң буйынса сығымдарҙы йыл аҙағында түгел, ә шунда уҡ күрергә мөмкин һәм бер ниндәй ҙә өҫтәп түләтеүҙәр булмаясаҡ. Һауа торошона ҡарап, сумма төрлөсә булыуы мөмкин. Иҫәпләү ҡорамалы күпме күрһәтә, түләү ҙә шунан сығып билдәләнә.
Фатирҙа һыуыҡ булһа, нимә эшләргә
Нормаға ярашлы, фатирҙағы батареялар бер тигеҙ йылытырға тейеш. Тораҡ биналарҙа һауа температураһы +20, ә мөйөштәге бүлмәләрҙә +22 градустан кәм булмауы шарт. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта закон йылылыҡты туҡтатып тороуҙы рөхсәт итә, әммә өҙөклөк 24 сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта бүлмәләге температура кимәле лә иҫәпкә алына:
+12 градус булһа, бер ыңғайҙан 16 сәғәттән;
+10-дан +12-гә тиклем – 8 сәғәттән;
+8-ҙән +10 градусҡа тиклем 4 сәғәттән артмауы шарт.
Был хаҡта Хөкүмәттең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се ҡарары менән раҫланған «Граждандарға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре»нең 1-се ҡушымтаһында әйтелә. Уны башҡарыу өсөн идарасы компания яуаплы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһы юристары (ufacity.me) төрлө осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклек хаҡында ентекле инструкция булдырҙы.
1) Үҙегеҙҙең идарасы компанияның диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, ғаризаның һанын, бирелеү ваҡытын һәм диспетчерҙың исем-шәрифен яҙып алығыҙ. Ваҡыт шылтыратҡан мәлдән иҫәпләнә башлай. Хеҙмәткәрҙәр ике сәғәт эсендә фатирға килеп, проблеманы тикшереп, акт төҙөргә тейеш.
2) Температураны үлсәү тураһындағы акт ике нөсхәлә эшләнә. Береһен идарасы компания вәкиле ала, икенсеһе һеҙҙә ҡала. Улар «үҙ нөсхәгеҙҙе һуңынан алырһығыҙ», тип әйтеүе лә ихтимал. Быға юл ҡуймағыҙ! Һуңынан һеҙгә уны бирмәүҙәре лә бар, ә актһыҙ бер нимә лә раҫлай алмаясаҡһығыҙ. Проблема хәл ителгәндән һуң тағы бер акт төҙөлә. Ул да ике нөсхәлә эшләнеп, температураның нормаға тура килеүе теркәлә. Ошо акт төҙөлгәндән һуң ғына мәсьәлә тулыһынса хәл ителгән тип һанала.
3) Ғариза биреп, ике сәғәт ваҡыт үткәндән һуң бер кем дә килмәһә, өс күршегеҙҙе саҡырып, үҙаллы акт төҙөгөҙ. Унда ҡасан шылтыратып ғариза биреүегеҙ, ике сәғәт дауамында идарасы компания хеҙмәткәрҙәренең килмәүе, температураны ниндәй градусник менән үлсәүегеҙ, һәр бүлмәлә һауа температураһының күпме булыуы хаҡында ентекләп яҙығыҙ. Акттың төҙөлөү көнө, ваҡыты күрһәтелә һәм мотлаҡ өс кеше ҡултамға ҡуя. Күберәк булһа ла ярай, тик аҙыраҡ ярамай. Актың күсермәһен почта йәки сайт аша идарасы компанияға ебәрегеҙ.
4) Идарасы компания вәкилдәре барыһын да төҙәткәндән һуң, һеҙҙең тәүге шылтыратыуығыҙҙан проблема хәл ителгәнгә тиклемге осорҙа йылылыҡ хеҙмәтенең тейешле кимәлдә күрһәтелмәүе сәбәпле, сығымды ҡайтанан иҫәпләүҙе һорап хат яҙырға мөмкин. Идарасы компания һеҙҙән ЕРКЦ-ға мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорауы ихтимал. Был законлы түгел, барлыҡ эштәр өсөн тап идарасы компания яуаплы.
Читайте нас: