Все новости
Иғтибар
24 Октября 2020, 12:00

Битлек режимы һәм штрафтар тураһында нимәләр белергә кәрәк. Иң мөһимдәре

Республикала быйылғы йылдың яҙында коронавирусҡа бәйле ғәмәлдә булған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр әкренләп кире ҡайта. Был сирҙең икенсе тулҡыны менән бәйле.

Республикала быйылғы йылдың яҙында коронавирусҡа бәйле ғәмәлдә булған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр әкренләп кире ҡайта. Был сирҙең икенсе тулҡыны менән бәйле.
Күптән түгел төбәк Башлығы дауаханаларҙың тулы булыуын үҙе барып ҡараны, республикала, илдә һәм донъяла ла сирләгәндәр һаны көндән-көн арта бара. Үткән аҙнала тәүлек эсендә ҡуйылған диагноздар буйынса рекорд яңырҙы – 14 мең кешенән ашыу. Ҡыш етә барған һайын, хәл-торош ҡатмарлашасаҡ. Беҙ үҙеңде хәүефтән мөмкин тиклем аралау өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле иң мөһим талаптарҙы барланыҡ.
- Радий Хәбиров уҡыусыларҙы каникулға иртәрәк ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар мәктәпкә 5 ноябрҙән һуң ғына барасаҡ. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы, эпидемиологик хәл-торош насарайһа, каникул тағы ла оҙайтылыуы ихтимал, тип белдерҙе. Мәҫәлән, Мәскәүҙә башланғыс класс уҡыусылары ғына уҡырға барҙы, ҡалғандар дистанцияла белем алыуға күсте. Был алым башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланылыуы ихтимал, тип күҙаллана. Әммә әлегә аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәгән.
- 1 декабргә тиклем күмәк халыҡ ҡатнашҡан ҙур саралар үткәрелмәйәсәк. Бары тик бик аҙҙары ғына рөхсәт ителде, ә ҡалғандары билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде. Республикала спорт саралары ҡабаттан көйәрмәндәрһеҙ үткәрелә башлай. Спорт секциялары һәм түңәрәктәр әлегә элеккесә эшләүен дауам итә. Аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләү – бик мөһим. Шуға күрә юл йөрөүҙән, ҙур магазиндарға, туйҙарға, юбилейҙарға, концерттарға, ғөмүмән, кеше күп йыйылған урындарға барыуҙан тыйылып тороғоҙ.
- Кинотеатр һәм театр залдарының рөхсәт ителгән тулыландырыу кимәлен 50 проценттан 30 процентҡаса кәметеү күҙаллана. Урамда үткәрелгән саралар һаны ике тапҡырға ҡыҫҡара.
- Мөмкин булһа, өйҙән эшләгеҙ. Әгәр һеҙ бизнес тармағы етәксеһе булһағыҙ, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе ситтән тороп эшләүгә күсерегеҙ. Ғәмәлдә күренеүенсә, эштәрҙең 90 процентын фатирҙан сыҡмайынса ла эшләргә мөмкин. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса министрлығы туҡталыштар янында медицина битлектәре һатыуҙы яйға һалырға һәм, иртәнге-киске сәғәттәрҙә транспортта халыҡ ағымын кәметеү маҡсатында, эш биреүселәргә эш сәғәттәрен бер ни тиклем үҙгәртергә тәҡдим итә.
- 65 йәштән өлкән кешеләрҙе үҙҡурсаланыу режимын теүәл үтәргә саҡыралар. Өйҙән сығыу өсөн сәбәптәр – аҙыҡ-түлек алыу өсөн магазинға, дарыуханаға, баҡсаға йәки ҡала янындағы йортоңа, зыяратҡа барыу. 65 йәштән өлкән эшләп йөрөгән граждандарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы (больничный) асырға тәҡдим итәләр.
- COVID-2019 йәки «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған сирлеләр менән аралашҡан, респиратор сир симптомдары менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт иткән 65 йәштән ололар һәм уның менән бергә йәшәүселәр, тыуған яғына ҡайтҡан вахтасылар (рәсми обсерваторҙарҙа) мотлаҡ ике аҙналыҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һаҡларға тейеш.
- Әгәр отпускығыҙ мәлендә Төркиәгә барып ҡайтһағыҙ, өс көн эсендә коронавирусҡа анализ биреп, уны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының махсус бүлегенә ҡуйырға тейешһегеҙ. Әгәр быны эшләмәһәгеҙ, штраф түләйәсәкһегеҙ. Үткән аҙнала ошо сәбәпле Күмертау ҡалаһы кешеһенә 15 мең һум штраф һалынды. Әгәр ҡайҙалыр ял итергә барырға планлаштырған булһағыҙ, уны кисектереп тороу яҡшыраҡ булыр.
- Ваҡыт үтмәҫ борон киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтегеҙ. Был һеҙгә ҡышҡыһын, сирҙәр аҙған мәлдә, насар эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Мут әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ! Урамда битлек кеймәгән кешеләргә штраф һалып, аҡса эшләргә маташыу осраҡтары быға тиклем дә теркәлде. Хәйлә ҡорбаны булмағыҙ. Штрафтар мотлаҡ квитанция нигеҙендә банкҡа түләнә, уны алыусы – бюджет, ә ниндәйҙер кеше йәки предприятие түгел!
МӨҺИМ ҺОРАУ
Һәр ерҙә битлектә булырға кәрәк.
Был законлымы?
Ҡайһы берәүҙәр, мәсьәләнең айышына төшөнмәйенсә, был законлы түгел, битлек кейеүҙе мәжбүр иткән закон юҡ, тип дәғүә белдерә башлай. Әммә улар хаҡлы түгел. Быйылғы йылдың 11 майында Владимир Путин 316-сы һанлы махсус Указға ҡул ҡуйҙы, ул төбәк етәкселәренә, эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарап, барлыҡ кәрәкле сикләүҙәрҙе индерергә рөхсәт бирә.
Был норма «Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында» Федераль законда ла билдәләнә. Унда аҡҡа ҡара менән төбәктәрҙең юғары әҙерлек режимы индерергә һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен билдәләргә хоҡуҡлы булыуы, ә граждандарҙың уларҙы үтәргә тейешлеге хаҡында яҙылған.
Ошоға ярашлы Радий Хәбировтың Указы донъя күрҙе. Унда «Кешеләр үҙ өйөнән башҡа урындарҙа битлек кейергә тейеш. Ә йәмәғәт урындарында, йәмәғәт транспортында һәм магазиндарҙа бирсәткә кейеү ҙә мотлаҡ», тип әйтелә. Һеҙҙе ҡайҙалыр индереүҙән йәки хеҙмәтләндереүҙән баш тартһалар, закон буйынса улар хаҡлы!
Ниндәй штрафтар ҡаралған?
Санитар режимды боҙған өсөн штрафтар: граждандарға – иҫкәртеүҙән биш мең һумғаса, юридик шәхестәргә – 200 мең һумғаса. Күптән түгел Өфөлә «Сауҙагәр» һәм «Красин» баҙарҙарын яптылар. Уларҙа коронавирусҡа ҡаршы саралар күрелмәгән. Республика Башлығы Өфөлә лә, башҡа ҡалаларҙа ла тикшереүҙәрҙе көсәйтергә, талаптарҙы үтәмәүселәргә ҡарата етди саралар күрергә ҡушты.
Штраф һалыу хоҡуғына полиция, Росгвардия, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, шулай уҡ республика министрлыҡтары һәм ведомстволары хеҙмәткәрҙәре эйә. Был һәр бер чиновниктың һеҙгә штраф һала алыуын аңлатмай. Һәр ведомствола тәртип боҙоуҙар өсөн протокол төҙөргә хоҡуҡлы бер нисә хеҙмәткәр була. Бары тик шулар ғына быны эшләй ала! Радий Хәбиров шәхсән рәүештә административ биналарҙа һәр кемдең битлектә булыуын контролдә тоторға, аңламағандарҙы бер нисә иҫкәртеүҙән һуң эштән ебәрергә ҡушты.
Читайте нас: