2020 йыл беҙгә көтөлмәгән «бүләктәр» яһауын дауам итә. Республика сигенән йыраҡ түгел, Баҡалы районынан бер нисә километр алыҫлыҡта ҡош киҙеүе менән ауырыу усағы асыҡланды. Беҙҙең республика биләмәһе тәүге тапҡыр юғары патогенлы ҡош киҙеүе буйынса хәүеф зонаһына инде. Волга буйы һәм Урал округтарында был йәһәттән хәлдәр бик көсөргәнешле.
Нимә ул ҡош киҙеүе?
Был сир – ҡоштарҙа көслө биҙгәк синдромы, үпкәләрҙең зарарланыуы һәм ҡош-ҡорттоң күпләп үлеүе менән күҙәтелгән инфекцион ауырыу. Сирҙе төп таратыусылар булып ҡырағай күсмә ҡоштар, шулай уҡ турғайҙар, ҡарғалар, күгәрсендәр һанала. Сир уларҙың тиҙәге, ашаған ризығы, эскән һыуы аша тарала, шулай уҡ «аралашҡанда» ла йоға.
Сир йоҡторған барлыҡ ҡош-ҡорт – тауыҡтар, ҡаҙҙар, өйрәктәр – башлыса үлә. Йорт ҡоштары күпләп ҡырылғанға күрә был сирҙе «тауыҡ тағуны» йәки «Эбола тауыҡ биҙгәге» тип тә атайҙар.
Сирҙең билдәләре: ҡош-ҡорттоң хәрәкәт әүҙемлеге юғала, йомортҡа һалыуҙан туҡтайҙар, һыуҙы күп эсәләр, йөндәре ялбырай, ҡарҡылдаған тауыш сығаралар, түңәрәк яһап йөрөйҙәр, башын артҡа ташлайҙар, кикректәре күгәрә, күҙҙәре тоноҡлана, эс китеү һәм тән тартышыу күҙәтелә. Ауырыу өс көндән өс аҙнағаса дауам итеүе ихтимал.
Вирус ҡош-ҡорттан кешегә лә йоғоуы ихтимал. Тәүге тапҡыр был хаҡта 1997 йылда Гонконгта башланған эпидемия мәлендә билдәле булды. Артабанғы йылдарҙа ҡош киҙеүе Азиянан Европаға һәм Африкаға таралып, миллиондарса осраҡҡа сәбәпсе булды. Шуға күрә хәүеф төркөмөнә тәү сиратта ҡошсолоҡ фермалары хеҙмәткәрҙәре, зоотехниктар, ветеринарҙар инә. Сирҙең кешенән кешегә йоғоу осрағы теркәлмәгән.
Нимәһе менән хәүефле?
Был хәл – иҡтисадҡа, шул иҫәптән эш урындарына, хеҙмәт хаҡына бик насар тәьҫир иткән күренеш. Беҙҙең республикала ҡошсолоҡ тармағы әүҙем үҫеш ала. Ҡош-ҡорт һаны 13,5 миллион баш иҫәпләнә, шуның 4 миллионы шәхси хужалыҡтарға тура килә. 13 ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Беҙ һыу ҡоштары иҫәбе буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ. Республикабыҙҙа тотош Рәсәйҙә берҙән-бер һаналған өйрәк үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы урынлашҡан. Күптән түгел банкрот хәлендәге 850 баш күркә үрсетеүгә иҫәпләнгән комплекстың эше тергеҙелде. Унда етештерелгән тауар республика магазиндарына ғына түгел, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә лә тиерлек һәм сит илдәргә оҙатыла.
Хәҙер уларҙың барыһы ла хәүефле хәлдә.
Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ҡош киҙеүе берәй урында теркәлгән хәлдә лә, тотош Башҡортостан биләмәһендә сикләүҙәр индереләсәк.
– Ул саҡта республиканан бер генә йомортҡа йәки тауыҡ ите лә ситкә сығарыла алмаясаҡ. Ҡошсолоҡ тармағы өсөн был тулыһынса банкротлыҡҡа төшөү тигәнде аңлата. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – барлыҡ алымдарҙы ҡулланып, вирусты үҙ биләмәбеҙгә индермәү, – тине ул.
Быны нисек булдырмаҫҡа?
Иң һөҙөмтәле алым – профилактика. Республика әлеге ваҡытта сик буйындағы тикшереүҙәрҙе көсәйтә, күсмә ҡоштар иҫәпкә алына, фабрикалағы ҡош-ҡорттан һәм әҙер продукциянан анализдар йышыраҡ алынасаҡ.
Йоғошло сиргә юл ҡуймау эшендә ябай халыҡтың ҡатнашыуы ла бик мөһим. Бының өсөн:
- Барлыҡ йорт ҡоштарын һарайҙа бикле тоторға, тышҡа йәки һыу буйҙарына сығармаҫҡа кәрәк. Был уларҙы ҡырағай ҡоштар менән аралашыуҙан һаҡлаясаҡ. Үҫтереп алған ҡош-ҡортто әле үк һуйыу иң дөрөҫө буласаҡ.
- Үҙегеҙ белмәгән етештереүселәрҙән ҡош-ҡорт еме һатып алыу – хәүефле.
- Ҡош итен һәм башҡа төрлө продукцияны рөхсәт ителмәгән сауҙа урындарынан, ҡулдан, машинанан һатыусыларҙан алмағыҙ. Ветеринарҙар тарафынан тикшерелгән магазиндарҙан, рәсми рәүештә эшләгән баҙарҙан һатып алыу яҡшыраҡ. Сей ризыҡты һәйбәт итеп йыуығыҙ һәм термик эшкәртегеҙ – ҡайнатығыҙ, ҡыҙҙырығыҙ һәм башҡалар. Юғары температура вирусты үлтерә.
- Әгәр үҙегеҙҙең йәки күршеләрегеҙҙең ҡош-ҡортонда шикләнерлек билдәләр күрһәгеҙ, ветеринария хеҙмәтен саҡыртығыҙ. Белгестәр менән бәйләнеш, һорауҙар өсөн ҡыҙыу линия булдырылған: 8 800 775 58 28. Шылтыратыу бушлай.
Ҡәтғи иҫкәртәбеҙ: әгәр «ҡош киҙеүе» диагнозы лаборатория шарттарында раҫланһа, барлыҡ ауылдағы ҡош-ҡорт юҡ ителә, биләмәлә карантин иғлан ителә, барлыҡ ҡоролмалар дезинфекциялана. Өндәшмәй, йәшереп ҡалдырған осраҡта административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Хайуандарҙың ҡапыл күпләп үлеүе йәки ауырыуы тураһындағы мәғлүмәтте йәшергән өсөн 100 мең һумғаса штраф ҡаралған.
Ни өсөн ҡоштарға прививка эшләргә ярамай?
Ысынлап та, ҡош киҙеүе ярайһы уҡ яҡшы өйрәнелгән, уға ҡаршы вакцина уйлап табылған. Бынан тиҫтә йыл элек, илдәге тәүге эпидемия осоронда, бәләһенән баш-аяҡ тип, республикалағы бер нисә миллион ҡош-ҡортҡа вакцина яһалғайны.
Ә эш бына нимәлә. Республиканың Ветеринария идаралығында аңлатыуҙарынса, вакцина эшләнмәгән ҡош сифатлыраҡ һанала. Шартлы рәүештә әйтһәк, әлеге ваҡыттағы ҡош-ҡортобоҙ «юғары сортлы» һанала, ә прививка яһағас, ул «беренсе» йәки «икенсе сорт»лыға әйләнә. Ундай иттең хаҡы ла, уға ҡарата ихтыяж да кәмей.
Әгәр вакцинациямы әллә тулыһынса юҡ итеүме, тигән һорау тыуһа, әлбиттә, тәүгеһен һайлаясаҡтар. Эпидемия башланып китһә, юҡ итеү вакцинацияға ҡарағанда отошлораҡ.