БР Хәрби комиссариатының Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы буйынса бүлеге түбәндәге хәрби частәргә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафтарында хәрби бурыстарын үтәгәндәрҙе өс, ә юғары һәм урта белемдәре булғандарҙы ике йылға төрлө хәрби вазифала контракт буйынса хеҙмәт итергә саҡыра.
- 01162-се (Тажикстан Республикаһы);
- 12128-се (Ырымбур өлкәһе, Тоцк ҡасабаһы);
- 32755-се (Ырымбур өлкәһе, Тоцк ҡасабаһы);
- 45863-сө (Һамар өлкәһе, Рощинск ҡасабаһы);
- 87441-се (Сыбаркүл ҡалаһы);
- 89547-се (Сыбаркүл ҡалаһы);
- 90600-сө (Һамар өлкәһе, Рощинск ҡасабаһы);
- 93992-се (Сыбаркүл ҡалаһы).
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар 19 йәштән алып 35 йәшкә тиклем булырға, медицина тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса улар хәрби хеҙмәткә яраҡлы булырға тейеш, белем кимәле 9 кластан да түбән булырға тейеш түгел.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә килеп:
- лайыҡлы эш хаҡы;
- хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ;
- һөнәри белемегеҙҙе үҫтереү;
- торлаҡ ипотека кредиты алыу;
- алдан пенсияға сығыу һәм башҡа социаль гарантияларға эйә булаһығыҙ.
Бар һорауҙар менән хәрби комиссариаттың 10-сы бүлмәһенә килергә йәки 4-46-03 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Е. ДОЛГУШИН,
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы
хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы