Все новости
Иғтибар
23 Января 2021, 12:00

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башлана. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Владимир Путин бөтә ил буйынса коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны башларға ҡушты. Быйыл республикала бер миллиондан ашыу кешегә прививка яһарға иҫәп тоталар. Әлеге мәлгә 14 меңдән ашыу доза «Спутник V» вакцинаһы килтерелгән, ул табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, полицияла эшләүселәргә яһала. Иммунизация барышында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә ауыр эҙемтәләр һәм үлем осраҡтары теркәлмәне.

Яҡын арала, яңы партиялар килеү менән, вакцинаны теләге булған һәр кем яһата аласаҡ. Был сара тик ирекле һәм бушлай! «Табипҡа» («К врачу») ҡушымтаһы аша йәки поликлиникаға мөрәжәғәт итеп яҙылырға мөмкин буласаҡ. Вакцинация үткәреү тәртибе билдәле булыу менән өҫтәмә рәүештә аңлатма бирербеҙ.
Вакцинация тураһында көнүҙәк һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.
Кемгә ярай, кемгә ярамай?
Вакцинаны 18 йәше тулған һәр кем эшләтә ала. Ниндәйҙер айырым әҙерлек кәрәкмәй. Иң мөһиме – кире күрһәтмәләр булмаһын. Уларға йыл дауамында кисерелгән инфаркт йәки инсульт, хроник системалы инфекциялар, туберкулез, төрлө шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ инә. Ҡатын-ҡыҙҙарға алдан йөклөлөккә тест үтергә кәңәш ителә. Шулай уҡ вакцинацияға тиклем һәм унан һуң бер нисә көн дауамында алкоголле эсемлектәр ярамай.
Әгәр һеҙ сирләгән булһағыҙ, был кире күрһәтмә була алмай, Мәскәү табиптары «Спутник V» вакцинаһын сирҙе үткәргәндәргә лә эшләргә рөхсәт итте. Әммә был осраҡта ошо хаҡта мотлаҡ табипҡа әйтергә кәрәк, ул өҫтәмә анализдар биреү-бирмәү зарурлығын хәл итә.
Әгәр тымаулап торһағыҙ йәки хроник сирҙәрегеҙ баш ҡалҡытһа, ике-дүрт аҙна самаһы ваҡытҡа вакцинацияны кисектереп тороғоҙ. Еңелсә респиратор вируслы инфекциялар, киҫкен эсәк ауырыуҙары осраҡтарында температура яйланыу менән прививка яһатырға мөмкин.
Әгәр киҙеүгә ҡаршы йәки башҡа төрлө прививка эшләтһәгеҙ, кәм тигәндә 30 көн көтөргә кәрәк буласаҡ.
Вакцинация нисек үтә
Прививка яһар алдынан һеҙҙе табип ҡарап, температурағыҙҙы үлсәйәсәк, дарыуҙарға аллергия реакцияларын белешәсәк. Коронавирусҡа тест үтергә кәрәкмәй.
Инъекция ҡалаҡ һөйәк тирәһенә яһала. Вакцина эшләнгәндән һуң һеҙҙән ярты сәғәт поликлиникала ултырып торорға һораясаҡтар – табиптар организмдың вакцинаны һәйбәт ҡабул итеүен күрергә тейеш. Өс аҙна арауыҡ менән барлығы ике инъекция яһала. Беренсе этаптан һуң һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, икенсеһе һөҙөмтәне нығыта. 42-се көнгә ныҡлы һәм оҙайлы күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа киләсәк, ул яҡынса ике йылға етәсәк. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Был прививка яһатҡан кешенең сир йоҡтороу ихтималлығы прививкаһыҙҙарға ҡарағанда 95 процентҡа аҙыраҡ булыуын аңлата.
Ниндәй кире эҙемтәләр булыуы ихтимал?
Башлыса киҙеү менән ауырығандағы билдәләр – өшөү, температура күтәрелеү, быуындар һәм мускулдар ауыртыу, хәлһеҙлек күҙәтелеүе бар. Ҡайһы берҙә инъекция яһаған урын ҡыҙара һәм шешә. Ғәҙәттә, быларҙың барыһы ла ике-өс көн эсендә үтә. Прививка яһатыусылар араһында бик һирәк осраҡтарҙа күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыу, аппетит юғалыу, лимфа төйөндәренең ҙурайыуы күҙәтелгән.
Кире эҙемтәләрҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында вакцинациянан һуң бер нисә көн дауамында физик көсөргәнештән һаҡланырға, мунсаға һәм саунаға бармай торорға, алкоголь ҡабул итмәҫкә, инъекция урынын һыуламаҫҡа кәрәк.
Шәхси тәжрибә
Беҙ коронавируска ҡаршы вакцина яһатҡан кешеләргә мөрәжәғәт итеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораныҡ.
Рафаэль Яппаров, Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы:
– Мин көн һайын бихисап кешеләр менән аралашам, шуға күрә бары тик вакцинация ғына ковид менән бәйле эҙемтәләрҙән һаҡлаясаҡ. Инъекцияны еңел үткәрҙем, бары тик температурам ғына 36,9-ға күтәрелде. Икенсе вакцинациянан һуң бер аҙ хәлһеҙлек, тәндә һыҙланыу тойҙом, температура күтәрелмәне. Тәүге прививканан һуң 42 көн үткәс, анализ бирҙем: барыһы ла яҡшы, һаҡлаусы титр һәйбәт кимәлдә.
Ирина Писаренко, Шамонин ауылы мәктәбенең информатика уҡытыусыһы:
– 2020 йыл аҙағында беҙҙең районға квота бүлделәр һәм, кем прививка яһатырға теләй, тип һоранылар. Мин уколдарҙан ҡурҡмайым, вакцинацияға һәр ваҡыт ыңғай ҡарайым. Өҫтәүенә биолог-коллегам «Әйҙә яһатайыҡ!» тип дәртләндерҙе.
Беҙ өс кеше барҙыҡ. Табип ҡарап, ҡан баҫымын үлсәне, хәл-торошто һораны. Бер ҡатынға вакцина яһатмаҫҡа кәңәш иттеләр, ә беҙгә эшләнеләр. Миндә бер ниндәй ҙә реакция булманы, унан да ауырыраҡ уколдар бар. Уның ҡарауы хәҙер күңел тыныс, сирләү хәүефе юҡ. Прививканы зыянлы тип һөйләйҙәр, мин быға ышанмайым. Ул бик кәрәк һәм һис тә ҡурҡыныс түгел, ошоно аңлау зарур.
Марина Белоусова, шәхси клиниканың гинекология бүлеге өлкән шәфҡәт туташы:
– Прививканы Яңы йыл алдынан эштә яһанылар. Унан алда антиесемгә анализ бирҙем. Улар булмай сыҡты. Әҙерәк ҡурҡтым, әммә сирләү хәүефе көслөрәк ине. Укол яһатҡан көндө кискеһен бер аҙ тынғыһыҙлыҡ кисерҙем, насар йоҡланым. Икенсе көнө иртәнсәк башым ауырта башланы. Температурам булманы. Тотош тән, укол яһалған урын, хатта күҙ алмалары ауыртты. Урамға сыҡтым – унда үҙемде күпкә яҡшыраҡ тойҙом. Был билдәләр бер тәүлек тирәһе булды ла хәлем еңелләшә башланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: ике аҙна үтеүгә тәм һиҙеү һәләтем үҙгәреүен тойҙом, йәғни ризыҡтарҙың ысын тәмен тойманым, ә еҫ һиҙеү үҙгәрмәне.
Рафаэль Хәкимов, журналист:
– Минең алда «Яһатырғамы, юҡмы?» тигән һорау бөтөнләй торманы. Һөнәри ҡыҙыҡһыныуым ковид-госпиталдең «ҡыҙыл зона»һына ла алып барғайны, был юлы иммунизацияға килтерҙе.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны 29 декабрҙә эшләнеләр, шуға күрә Яңы йылды ҡаршылап, шампан шарабын 2 ғинуарҙа ғына күтәрә алдым.
Тәүге симптомдар вакцинаны организмға индергәндең беренсе тәүлегендә үк үҙен һиҙҙерҙе: аяҡ мускулдары һыҙланы, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелде. Бер минут самаһы баҫып торһаң – ултырғы, ултырһаң – нимәгәлер булһа һөйәлге килә башлай, йәғни хәл бөтөнләй булманы. Был яҡынса 36 сәғәт тирәһе дауам итте.
Читайте нас: