Все новости
Иғтибар
26 Января 2021, 19:32

ГРАФИКТЫ БОҘҺА - ХАҠ КӘМЕЙ

Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың берҙәм графигын боҙған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарына халыҡтан коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе 55 һумға тиклем төшөрөү менән янайҙар, ҡаламы йәки ауылмы – мөһим түгел.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең өс зонаһында сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артты. Был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә инфраструктура булдырыу кәрәклеге менән бәйле.
Санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы, ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҡалдыҡтар, һауа температураһына ҡарамайынса, көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа температура +4°С һәм унан түбәнерәк булһа, өс көнгә бер тапҡыр, +5°С һәм юғарыраҡ икән, көн дә сығарылырға тейеш.
Әгәр үрҙә әйтелгән графикты боҙоу осраҡтары теркәлһә, ауылда булһынмы, йәки ҡалаламы, граждандар 55 һум түләй, тип әйттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә.
«Төбәк операторҙары, һеҙҙең дә эшкә тотоноуығыҙҙы, халыҡ менән әҙәпле аралашыуға иғтибар итеүегеҙҙе һәм СанПин нормаларына ярашлы хеҙмәттәрҙе сифатлы итеп башҡарыуығыҙҙы һорайым», – тине премьер-министр Андрей Назаров.
Читайте нас: