Өс балалары бар. Өсөнсөһө, бәләкәйе, малай, ҡалған икәүһе ҡыҙ. Үҙҙәре Мәләүездән, аҙаҡҡы ир енесенән булған бәпәйен табырға тип ҡатыны Күмертауға килә. Таба. Унан бирле әллә күпме һыуҙар аға, һәм бына килеп, әле бабайҙа шик тыуа: өсөнсө бала малай булмаған, ҡыҙ булған, тик ҡатыны уны кем менәндер алмашҡан. Тегегә ҡыҙ кәрәк булған, быға - малай, өйҙә ике ҡыҙы бар бит инде, ғаиләгә ир заты кәрәк. Талаш-тартҡылаш булғандырмы, нимә булғандыр, ике кеше араһына инеп ҡара, аҙашырһың, ҡыҫҡаһы, бер мәл ҡатыны быға әйтә: бар, тап үҙеңдең биологик ҡыҙыңды. Бабай сығып киткән шунан ғәзиз балаһын эҙләргә. Беҙгә кергән. Беҙ ДНК түгел, башҡа төрлө эҙәрлекләү таланты ла юҡ,