

Бүләк ителгән аттың ауыҙын шаҡарып ҡарамайҙар, беҙгә ҡалһа, бүләктәр арыу һымаҡ, үсегеп, кире ҡайтарырлыҡ түгел.
Редакция сентябрь башынан уҡ квитанциялар ала башлағайны, әле лә, аҙлап булһа ла, килә. Кем яҙылған, һеҙ ҙә ебәрегеҙ - гәзиткә тип киткән аҡсағыҙҙың күпмеһелер кире ҡайтыр. Нисек булһа ла, отһағыҙ, отмаһағыҙ ҙа, иң мөһиме, бер беребеҙ менән йылылыҡты бүлешеп, алғанды кире ҡайтарып йәшәйек - һеҙ беҙгә, беҙ һеҙгә. Беҙҙән - үтемле материал, һеҙҙән - ихласлыҡ.